6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Башҡорт акдемия театрының яңы миҙгелен "Салауат" аса
12.10.03


       Башҡалабыҙ театрҙары үҙҙәренең ишектәрен асып, тамашас ыларҙың яратҡан артистары менән ҡабаттан осрашыу көндәренә һ анаулы ғына ваҡыт ҡалды. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт ак адемия драма театры үҙенең 84 - се -- юбилей алды -- миҙгеле н Мостай Кәримдең "Салауат" пьесаһы менән асасаҡ. Был спектакль юҡҡа ғына һайланмаған, әлбиттә, билдәле булыуы нса, 2004 йылда башҡорт милли геройы Салауаттың тыуыуына 250
       йыл, заман әҙәбиәте мэтры Мостай Кәримгә иһә 85 йәш туласаҡ .
       Театрҙа үткән матбуғат конференцияһында "Салауат"тың ҡ уйыусы режиссеры Илдар Ғиләжев түбәндәге һүҙҙәрҙе әйтте: -- "Салауат"ҡа килгәндә, был минең ижади тормошомда оло ваҡи ға. Мостай Кәримдең драматургияһы менән мин тәүгә эшләйем һә м был бөйөк кеше менән аралашыуыма сикһеҙ шатмын. Минең өсөн
       был ҙур байрамға бәрәбәр. Ул ветеран ғына түгел, аҡыл эйәһе
       лә, Мостай ағай һәр проблеманың тамырын күрә белә. Тормошҡа
       ижади күҙлектән генә түгел, фәлсәфәүи яҡтан да ҡарай. Уның менән аралашҡанда мин яҙыусының һәр һүҙен үҙемә һеңдерәм, ҡа йһы бер аспекттарҙа фекерҙәребеҙ тап килеүе лә миндә бөтмәҫ ҡыуаныс тыуҙыра. Ҡыҫҡаһы, Мостай Сафич менән бергә эшләүем м енән мин бик ғорурланам. Мостай Кәримдең әҫәрҙәре халыҡҡа ә йләнеп ҡайтырға һәм тулыһынса сәхнәлә ҡуйылырға тейештер тип
       уйлайым...
       "Салауат" спектакле -- кеше үҙен ниңә ҡорбан итә, Сала уаттар ваҡытында был хаҡ үҙен аҡлағанмы һәм бөгөн ул кәрәкме
       тигән һорауға яуап тип әйтәһе килә. Әйткәндәй, Салауат Юлаев ролен Башҡортостандың халыҡ артисы,
       Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Хөрмәтулла Үтәшев ба шҡарасаҡ.
       Мәскәү режиссерын Башҡорт акдемия театры нимәһе менән йәлеп итә тигән һорауға Илдар Ғиләжев:" Был театр миңә ят тү гел". -- тип яуап бирҙе. Уның театр менән танышлығы бик иртә
       -- дүрт йәштән -- башланған, шул ваҡыттан алып был йорт ун ың өсөн тыуған йорто менән бер. Труппаға килгәндә, Илдар Абд улла улы уны көслө, ә етәкселекте -- аңлап эш итеүсән тине. Быйыл театрҙа яңы йөҙҙәр ҙә күренде. Өфө дәүләт сәнғәт акаде мияһын тамамлап, Башҡорт академия театрына эшкә йәш артистар
       Тимур Рәшитов, Рәзифә Дилмөхәмәтова,, Рида Фәхрисламова кил де. Улар бөтәһе лә йәш режиссер Рөстәм Хәкимовтың "Алтын йөр әк" спектаклендә ҡатнаша.
       Таңсулпан Бабичева ижадын яратыусылар өсөн октябрь айын да артистканың юбилей кисәһе ойоштороласаҡ.

12.10.2003
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал