6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Журналистар үҙ "һылыуҡайын" асыҡланы
20.04.05


       Бөгөн Нефтселәр мәҙәниәт һарайында тағы ла республика лағы иң матур ҡыҙҙы һайлаясаҡтар. "Һылыуҡай - 2005" конкурсы н ойоштороусы Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милл и сәйәсәт министрлығы, БР йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, Башҡорт йәштәре союзы, Рес публика халыҡ ижады үҙәге, Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайының башҡар ма комитеты, "Аҙна" гәзите, "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомп анияһы был
       сараға итағы бер яңылыҡ индерҙе - һылыуҡайҙар ҡатнашлығында
       матбуғат конференцияһы уҙҙы.
       "Башинформ" агентлығына иң - иңдәрҙең килеүе минең коллег аларымдың ҡыҙыҡһыныуын уятты, әлбиттә. Ҡарап тороуға ябай ғына ҡыҙҙар,
       буйҙары ла метр 75 түгел, иҫ киткес матурҙар тип тә әйтеүе ҡыйын ( тәнҡ итләргә яратыусы журналистарҙы ғәфү итегеҙ инде), әммә бик ҡыҙыҡлы ш әхестәр!
       Коллегаларымдың ҡыҙҙарға төрлө ҡарашта булыуын күреп, мин о йоштороусыларға ҡыҙҙарҙы һайлап алыу тәртибе буйынса һорау б ирҙем. Конкурстың төп режиссеры Линара Таһирова иң мөһим шарт - әҙәби башҡорт теле н һәм Башҡортостан мәҙәниәтен белеү, тип яуап бирҙе. Сөнки был кон курста ҡатнашыусы ҡыҙҙар автоматик рәүештә республика намыҫын халыҡ
       - ара кимәлдә яҡлау хоҡуғына эйә була.
       - Беҙҙең ундай еңеүҙәр бар. Ике халыҡ - ара конкурста - Ҡ аҙағстанда һәм "Мисс Азия" конкурсында Гран - при алдыҡ.
       Һылыуҡай сибәр булыуҙан тыш аҡыллы, аралашыусан, рухи яҡт ан бай булырға ла тейеш.
       - Конкурсҡа осраҡлы кешеләр килеп эләкмәй, - тип өҫтәй Ли нара Таһирова. - Улар барыһы ла ентекле һайлау аша үтә.
       Башҡорт матурҡайҙары Башҡортостандың төрлө район һәм ҡала ларынан килгән. Өфөнән дә ҡатнашыусылар бар. Ҡыҙҙарҙың иң өлкәне Көн һылыу Ишмөхәмәтоваға 20 йәш тулған, иң кесеһе Айһылыу Баязитоваға - 15 йәш.
       Матбуғат вәкилдәре менән үҙ ғүмерҙәрендә тәү тапҡыр осраш ыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡыҙҙар үҙҙәрен иркен тотто. Ойоштороусылар һәм п едагогтар адресына бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде. Журналистарҙың үтенесе нә яуап итепҡыҙҙар Еңеүҙең 60 йыллығына арналған шиғырҙар уҡ ыны, бының менән туған телдәрен яҡшы белеүҙәрен дәлилләнеләр . Һөйләшеү ҡыҙҙарҙың наркотиктар, эскелек һәм тәмәке тартыуғ а булған ҡарашына ла ҡағылды, сөнки был юлы конкурс ошо афәттәрҙе иҫкәртеү йылына арнала.
       17 йәшлек Лира Әбдрәхимова Баймаҡ һылыуы, Стәрлетамаҡ ҡал аһының намыҫын яҡлап сығыш яһай. Ул республикабыҙҙың мәҙәниәт техни кумында, хореография бүлегендә белем ала. Заман афәттәренә ҡаршы күмә кләп көрәшергә кәрәк, ти ул. Нәйлә Ключарева иһә проблеманың тамы ры үҙебеҙҙә йәшеренгән тип бара.
       Юрфак студенткаһы Розалия Әхмәҙиева Өфөлә ял үҙәктәрен күб ерәк төҙөргә, төрлө акциялар үткәрергә һәм кинотеатрҙарҙа би лет хаҡын кәметергә кәрәк тип иҫәпләй. Уҡыуҙан тыш Розалия " Һылыуҡай" студияһында шөғөлләнә, бейергә һәм уҡырға ярата.
       Беренсе Башҡорт гимназияһының 11 синыф уҡыусыһы Алина Хар исова уҡыуын тамамлағас, Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡ ырға инергә, офтальмолог булырға йыйына.
       - Эскелек һәм тәмәке тартыуға ҡаршы көрәш өсөн бөгөнгө ре кламаны социалләштәреп, уға альтернатива тәҡдим итер инем, - ти Алин а.
       БДУ журналистика факультеты студенткаһы Әлфиә Ғималова ла
       рекламаның зыяны хаҡында әйтеп үтте.
       - Мин тәмәке, һыра рекламаһын алып ташлап, рекламаһыҙ спо рт каналы асыр инем. Әгәр аҡрынлап бер проблеманы хәл итһәк, ҡалғандар ына ла сират етәсәк.
       Һылыуҡайҙарҙың яртыһына конкурста ҡатнашыу бала саҡ хыялы ның тормошҡа ашыуы, ә икенсе яртыһы өсөн - сәхнәгә сығыу мөмкинс елеге икән.
       - Мин ниндәйҙер урын биләүҙе маҡсат итеп ҡуймайым, - ти Б ДУ философия һәм социология факультеты студенткаһы Алина Имә нғолова. - Минең өсөн иң мөһиме - "Һылыуҡай" студияһы менән танышыу, мин артабан да уның менән хеҙмәттәшлек итергә теләр инем.
       Вәсилә Ғайсина конкурсҡа Көйөргәҙе районының Абдул ауылын ан килгән. Ул 10 - сы синыфта уҡый һәм уҡыуын тамамлағас, ба ш ҡалаға уҡырға инеү теләге менән яна, шуға күрә уның өсөн б ыл конкурс көсөн һынау ғынап ҡарау ғына түгел, Өфө менән дә танышыу мөмкинселеге.
       Еңеүсе тажына килгәндә, ул, конкурста ҡатнашыусы ҡыҙҙарҙы ң һүҙе буйынса, иң лайыҡлыһына эләгәсәк. Журналистар үҙҙәре иң - иң де билдәләне лә инде. "Мисс пресса - 2005" кем буласаҡ Был турала "Һылыуҡай - 2005"
       конкурсы тамамланғас билдәле буласаҡ.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал