6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"Тупты ҡапҡаға индермә!" конкурсында "Содовик" еңеү яуланы
20.04.05


       Футбол буйынса осрашыуҙар үткән майҙан ҙурлығына ҡарап: " Республикаға ҙур футбол килде!" - тип әйтергә була хәҙер. Әм мә әһәмиәте буйынса беҙҙең футболды артыҡ мөһимдәр рәтенә ин дереп булмай - Рәсәйҙең икенсе дивизионын уҫал телдәр "зю" лигаһы тип тә йөрөтә. Беҙҙең ком андаларҙың берәйһенә күптән инде абруйлыраҡ лигаға күсергә ваҡыт та бит , тик бына Өфө "нефтселәренең" аҡсаһы юҡ, ә "Содовикты" һәр ваҡыт күҙгә
       күренмәгән проблемалар эҙәрлекләй.
       Стәрлетамаҡтарҙың ғына түгел, күп кенә башҡа көйәрмәндәр ҙең дә яратҡан командаһына бөгөн яҡшы сығыш яһарға ҡамасаула усы юҡ кеүек ине. Миҙгел алды әҙерлеге ярайһы уҡ һәйбәт үткә релде. Составты бер аҙ таҙартып, юғары ғына кимәлдә һаналға н бер нисә уйынсы саҡырылды. Тренер - талант, етәкселек - бына тигән, команда - хыял, көйәрмәндәр - шәп. Ә ммә һәр ваҡыт нимәлер етмәй. Бер миҙгелдә - йүләрҙәрсә еңелеү, икенсеһендә
       - команда фетнәһе, өсөнсөһөндә - бер уйынсы арҡаһында клубты ярыштарҙа
       ҡатнашыуҙан мәхрүм итеү. Быйылғы йыл башында элекке хаталар
       иҫәпкә алынды, егеттәр һәр матчҡа әҙер, буғай, алға юғары б урыстар ҡуйылды, бюджет үткән миҙгел менән сағыштырғанда күп түгел, әммә аҙыраҡ та булмаҫҡа оҡшай .
       Әммә миҙгелдең беренсе матчында уҡ данлыҡлы күкле - аҡлы - йәшелле дружина үҙ көйәрмәндәренең "йәнен көйҙөрҙө". Бик үк көслөлә рҙән дә иҫәпләнмәгән "Металлург - Метизник" командаһында ҡаршы уйынд а "Содовик" үҙен бер ҙә яҡшы яҡтан күрһәтмәне. Көйәрмәндәр м енән осрашыу ваҡытында тренер Александр Игнатенко уның коман даһы Рәсәй кубогында юғары үрләйәсәген вәғәҙә иткәйне, әммә бындай уйын менән алыҫ юлға иҫәп тоторға ярамай, әлбиттә.
       Әйтелгән осрашыуҙа өҫтөнлөк Стәрлетамаҡ вәәкилдәре яғында
       ине. Роман Славнов бик шәп мөмкинселекте ҡулынан ысҡындырҙы . "Метизниктарҙың" ҡапҡасыһы Передняның көслө тапшырыуын кире ҡаҡты - туп Славн овтың аяғы эргәһенә килеп ятты һәм ул, көләмәстәрҙәге кеүек,
       өс метрҙан тороп ҡапҡанан аша ебәрҙе.
       Бынан тыш та "Яҡын аранан тупты индерә алмайынса оятҡа ҡ ал" конкурсында стәрлеләрҙең һөжүм итеүсеһе Передня беренсе урын ала яҙҙы. Ун метрҙан ырғытҡан тубы ҡапҡасыға тейҙе. Ике
       минуттан тағы бер "содовик" Иванов штраф һыҙығынан ҡаршы яҡ ҡапҡаға тоҫҡап тибә һәм үҙ командаһ ы уйынсыһына эләгә.
       Стәрлетамаҡ клубының рәсми сайтында баҫылған мәҡәлә автор ының фекеренсә, " икенсе тайм "Содовиктың" бөгөнгө ысынбарлығы - аңлайышһыҙ уйын булыуын күрһәтте. Көҫһөҙ командаға ҡаршы уйы ндағы уңышһыҙлыҡтар осраҡлы түгел: уйын, дөрөҫөн генә әйткәндә, бик алама булды" .
       Икенсе таймда Носов "Эй, ҡайҙа осто ул" шоу - программаһы ның дүртенсе ҡатнашыусыһы булды. Башта, ҡапҡасы тупты уға табан типкәндән
       һуң, был егет тупты ике метрҙан тороп ҡапҡа аша ебәрә. Бер минуттан Н осов тағын
       "ата" һәм тупты туп - тура ҡапҡа һаҡсыһының ҡулына "тоттора ".
       Өҫтәлмә ваҡыт бирелгәс тә иҫәп үҙгәрмәне. Пенальти серияһ ынан һуң - тигеҙлек - 3 : 3! Һәм бары тик һуңғы минуттарҙа, ярышҡа кома нда капитандары сыҡҡас ҡына, Игнатенко командаһы көс - хәлгә
       еңеү яуланы - Иванов ун бер метрлыҡты тормошҡа ашырҙы, ә Князевтың тубын Герасин кире ҡа ға алды. Ниһайәт! Артабан "Содовикты" Силәбенән "Зенит" командаһы ме нән осрашыу көтә.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал