6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Николай Пучнин: ултырыштар "исем өсөн" үтергә тейеш түгел
20.04.05


       "Кем беҙҙең команданы артҡа һөйрәй", "Кемде беҙ буксирға а лырға мәжбүр", "Балға дегет өҫтәүсе кем" - Республика йорт она Башҡортостандың килемһеҙ эшләүсе предприятиеларын ҡыҫҡартыуға арналған ултыр ышҡа китеп барғанда башымда ҡасандыр популяр булған теле - ш оуҙа өҙлөкһөҙ яңғыраған һорауҙар әйләнде. Дөрөҫөн әйткәндә, был сараға мин ҙур ҡыҙыҡһыныу менән барҙым. Ултырыш - иҫәп б уйынса икенсеһе, ә уның рәйесе - был вазифаны күптән түгел биләгән Хөкүмәт вице - премьеры, БР иҡтисади ү ҫеш һәм сәнәғәт министры Николай Пучнин өсөн тәүге ултырыш. Яңы кеше нең ҡарашы сара башында уҡ һиҙелде, ул һөйләшеү башында "исе м өсөн" үткәрелгән ултырышта ҡатнашырға теләмәүен белдерҙе.
       Көн тәртибендә ике һорау: республикала 2004 йылда килемһе ҙ эшләүсе предприятиелар һанын кәметеү буйынса эштәргә йомғаҡ яһау һәм
       үткән ултырышта ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың үтәлеү барышы. Дөйөм алғ анда, статистика күрһәтеүенсә, Башҡортостанда килемһеҙ эшләүсе пре дприятиелар һаны йыл эсендә 1068 - ҙән 796 - ға тиклем кәмег ән, йәғни 29 проценттан 22,6 процентҡа тиклем төшкән. Әйткән дәй, Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестәр (38,1 процент) һәм Волга буйы федераль округындағы һандар менән са ғыштырғанда, әйтәйек, Татарстан (31,7 процент), Улбяновск өл кәһе (47,7), был күпкә кәмерәк.
       Картинаны асыҡ итеп күҙ алдына килтерер өсөн иҡтисад тарм аҡтарына күҙ һалып, команданы артҡа тартыусыны асыҡлайыҡ. Сәнәғәт. Бында 712 предприятиеның 199 - ы рентабелһеҙ эшләгән, сығым 1607,6 мил лион һум ( 51,1 процент) тәшкил иткән, был үткән йылдың ошо уҡ ваҡыты
       менән сағыштырғанда 46,6 миллионға кәмерәк. Машиналар төҙөү, метал л эшкәртеү (40 процент) һәм химия сәнәғәте (26,4) артта һөйрәлә. Тәүге предприятиелар тураһында әйткәндә, уларҙа сығым күләме 19,7 процентҡа артҡан (643 миллион һум). Зыянға эшләүселәр иҫәәбендә "Өфө автомобиль мо торҙары заводы" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, "Салаутгидромаш", "Нефтем аш" (Ишембай), "Автокомплект" (Октябрьский) һәм Стәрлетамаҡтың С МЗ дәүләт унитар предприятиеһын атап үтерәг була. Химия сәнәғәтендә 23 предприятиеның етәүһе финанс йәһәтенән ҡәнәғәтләнерлек булма ған һөҙөмтәләр күрһәтә. Тармаҡ буйынса сығымдар суммаһы үткән йы лда 425 миллион, 2003 йылда - 187 миллион ярым булған.
       Урман сәнәғәте комплексы. 51 предприятиеның 24 - е килемһ еҙ эшләгән. Әйтергә кәрәк, урман әҙерләү буйынса эшләүсе предприятиеларҙ ың хәле элеккесә тотороҡло түгел. Ағас ресурстары асылда етә, әммә у ны беҙ торған һайын аҙыраҡ ҡулланабыҙ. Проблема ағас әҙерләүҙең юғары үҙҡи ммәте һәм урман ҡырҡыу фондының тауарлылығы түбән булыуына ҡайтып ҡала . Хәлде нисек тә көйләр өсөн бөгөн перспективаһыҙ предприятиелар ниг еҙендә кесе производстволар төҙөлә.
       Еңел сәнәғәттә барыһы 67 предприятие эшләй. Уларҙың ун ет еһе килемһеҙ ғүмер кисерә.
       Ҡара металлуршияла килемһеҙ эшләүсе предприятие берәү - у л да булһа "Белкорд" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте ( Белорет). Әлеге ваҡытт а унда ике кеше, етәксе һәм бухгалтер эшләй. БР Арбитраж суды ҡарары ме нән ул
       үҙенең берҙән - бер акционеры "Белметкомбинатҡа" тапшырыла,
       ул инде йәмғиәттең артабанғы яҙмышын хәл итәсәк.
       Төҫлө металдар буйынса һорауҙар Башҡортостан баҡыр - көкө рт комбинатына ҡағыла. Сибай предприятиеһының сығымы 98 милл ион һумға яҡын. Был минераль - сеймал базаһының кәмеүе һәм "Юбилей" карьерында э штәр тамамланыуға бәйле тип аңлатты уның етәксеһе. Әлеге ваҡытта комбинаттың мөлкәт комплексы УГОКка тапшырылды һәм Сибай фил иалы булдырылды. Свердловск ҡалаһының "УГМК - Холдинг" компанияһы менән берле ктә Башҡортостанда төҫлө металлургия үҫеше пограммаһы үткәрелә.
       Быяла һәм фарфор - фаянс сәнәғәте. 2004 йылдың йомғаҡтары
       буйынса дүрт предприятиеның өсәүһе кире финанс һөҙөмтәле. Предприяти еларҙы юғалтыуһыҙ эшләтеү өсөн БР Иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министр лығы министрлыҡ һәм республика Хөкүмәте кимәлендә егерменән ашыу кәңәшмә уҙғарған, һәр предприятие буйынса килемһеҙ эшләү сәбәптәре б илдәләнгән, финанс яҡтан сәләмәтләндереү саралары булдырылға н.
       Башҡортостандың төҙөлөш һәм юл комплексына ҡараған 668 о йошмаһының 227 - һе килемһеҙ эшләгән. 31 предприятие үҙ хәле н көйгә һалып, сығымһыҙ эшләүгә өлгәшкән. Транспорт тармағында финанс "сиренән" ҡото лоусылар араһында "Өфө" Халыҡ - ара аэропорты (плюс 28 миллион), "Бал " авиакомпанияһы (1,4 миллион) һәм Салауат ҡалаһынан "Башавтот ранс" (1,1 миллион). Төҙөлөштә 478 предприятиеның 153 - ө килемһеҙ
       эшләй. Сығым - 580 миллион һумға яҡын.
       Хәҙер торлаҡ - коммуналь хужалыҡҡа күсәйек. Был тармаҡта килемһеҙ эшләүсе предприятиелар һаны 42 - нән 56 - ға тиклем еткән, х әйер, сығымдар 30 процентҡа кәмегән һәм Яңы йыл алдынан 103,
       2 миллион һум тәшкил иткән. Тикшереү күрһәтеүенсә, бар етеш һеҙлектәрҙә мунса, ҡунаҡхана хеҙмәтләндереүенең финансланмау ы сәбәп булып тора, улар, дөйөм алғанда, торлаҡ - коммуналь хужалыҡ предприятиелары составынан сығарылырға тей еш ине.
       Сауҙа һәм халыҡ туҡланыуы. Проблемалылар рәтендә 53 ойошм а. Әгәр 2003 йылда биш ҡала һәм өс район килемһеҙ эшләүсе пр едприятиеларҙан азат
       булһа, үткән йыл улар 12 ҡала һәм 34 районда барлыҡҡа килгә н. Һөҙөмтәһеҙ эшләүсе предприятиеларҙы бындай көрсөк хәлдән ҡотҡарыу маҡса тында БР Тышҡы иҡтисади бәйләнеш һәм сауҙа министрлығы махсус рәүештә булдырылған эшсе төркөмдәр ултырышынан башлап квартал һайын мониторинг үтәкреүгә тиклем ҙур эш башҡарған. Һөҙөмтәлә үткә н йылда 33 предприятие сығымһыҙ эшләү кимәленә күтәрелгән.
       Башҡортостан Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары һәм э шсе төркөм рәйесе алдына республиканың килемһеҙ эшләүсе пред приятиелары бына ошондайыраҡ хәлдә килеп баҫты. Әммә Николай Пучнин улар буйы нса ҡарарҙы оҙаҡҡа һуҙып, бурыстарҙы арттырырға йыйынмай. Ҡала һ әм район хакимиттәре вәкилдәре һәм килемһеҙ эшләүсе предприятие етәкс еләре лә быны аңлағандыр тип уйларға ҡала. Иҡтисад үҫеше һәм сәнәғәт министры киләһе осрашыуҙа килемһеҙ эшләүсе һәр предприятиенан теүәл с аралар күрелеү буйынса бизнес - план талап итәсәк. Әгәр ҙә ниндәйҙе р алға китеш һиҙелһә, эш тә, хөкүмәт яғынан ярҙам да күрһәтеләсәк. Юҡ икә н, ул ваҡытта производствоны туҡтатырға тура киләсәк.
       Пучнин әфәндене ҡабатлап, һәр етәксенең асыҡ аңы һәм алды на ҡуйылған планы булыра тейеш тип ҡабатлағы килә. Әгәр ул көрсөктән сығ »ө юлын күрә, предприятиеға нимә ярҙам итә алырын аңлай икән , тимәк был кеше менән артабан да эшләргә була. Һәм киреһенсә. Иҡтисад - философия түгел, фекер йөрөтөүҙәр менән генә эш бөтмәй. Мин иһә эшсе төркөмдөң килә һе ултырышын түҙемһеҙлек менән көтәм. Ни өсөндөр алға китештәр булыр кеүек тойола миңә.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал