6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Крәҫтиәндәр өсөн ҡыҙыу көндәр башланды
20.04.05


       Кем өсөндөр яҙ - мөхәббәт һәм өмөттәр миҙгеле, ә ауыл хал ҡы өсөн ул - көҙөн генә тамамласаҡ ҡыҙыу эш осоро. Бөгөн улар өсөн иң мөһ име - яҙғы сәсеү эштәрен үҙ ваҡытында юғалтыуһыҙ үткәреп өлгөрөү.
       Ошо көндәрҙә Башҡортостанда яҙғы сәсеү эштәренә старт бир елде. Беренсе булып баҫыуҙарға дым ҡапларға Бүздәк, Дүртөйлө, Саҡм ағош һәм Шаран райондарында сыҡтылар. Тәүге көндә иң күп тырматыусыла р - Дүртөйлө районы эшсәндәре ( 500 гектар). Бүздәк, Саҡмағош һә м Шаранда күрһәткестәр кәмерәк - 20 - 60 гектар.
       Күп йыллыҡ үләндәрҙе өҫтәлмә туҡландырыуға шулай уҡ Бүздә к, Дүртөйлө һәм Саҡмағош хужалыҡтарында тотондолар. Һәм бында ла Дүртөй лө ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре алда бара. Улар мал аҙығы
       культуралары өсөн тәғәйенләнгән 400 гектар майҙанға минерал ь ашлама индерҙе лә инде. Бүздәк һәм саҡмағоштар иҫәбендә, я рашлы рәүештә, 150 һәм 100 гектар.
       Ғәҙеллек өсөн билдәләп үтәйек, сәсеү эштәренә ҡар тулыһын са иреп бөткән һәм тупраҡ бер аҙ кипкән баҫыуҙарҙа ғына тото ндолар. Беренсе булып үҫемлекселәр күп йыллыҡ үлән сәсеүлектәре тураһында хәстәрле к күрә башланы. Яҡын арала был эштәргә Илеш, Ҡырмыҫҡалы һәм Ауырғаз ы райондары эшсәндәре лә тотонорға ниәтләй.
       Һәр хужалыҡта баҫыу эштәрен тиҙ арала башҡарып сығыу өсөн
       төплө әҙерләнергә тырышҡандар: ауыл хужалығы техникаһын әҙерлек һы ҙығына
       ҡуйыу, сәсеү материалын тейешле кондицияға еткереү, яғыулыҡ
       - майлау материалдары, минераль ашламаны етерлек күләмдә әҙерләү өсөн
       күп эш башҡарылған. Әммә ауыл хужалығында, кем әйтешләй, "кеше факт орынан" тыш эш барыуы мөмкин түгел. Крәҫтиәндәрҙе дәртләндереү алымд арын һәр хужалыҡ үҙе уйлап таба. Бүздәк районының "Сәрмәсән" хужалығы нда, мәҫәлән, баҫыу эштәре башланыр алдынан һәр кем үткән йылдағы
       хеҙмәте өсөн тейешле эш хаҡына өҫтәп премия ла алған. Практика күрһә ӨҐҐ­±ә, был эшсе ҡулдар етешмәгәндә лә баҫыу эштәрен уңышлы
       үткәрергә мөмкинселек бирә.
       БР Ауыл хужалығы министрлығы быйыл яҙҙың һуңлап килеүе ар ҡаһында яҙғы сәсеү эштәре кәм тигәндә бер - ике аҙнаға ғәҙәт тәге ваҡытынан шыласаҡ тип иҫәпләй. Тупраҡты эшкәртеү, һәр в аҡыттағыса, тигеҙ башланмай, ҡайһы бер урында (башлыса республиканың төнъяҡ һәм төнъяҡ - көнсығыш р айондарында) әлегә тиклем ҡалын ҡар ҡатламы ята, унда агрега ттар баҫыуға апрель аҙағы - май башында ғына сыға аласаҡ.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал