6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Һанға ҡарағанда сифат яҡшы
19.04.05


       һан ысынлап та сифатҡа күсеүсән. Диалектиканың был зако ны республиканың сифат өлкәһендә иң абруйлы сараларының бер еһе булған "Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары" конкурсында п рактик йәһәттән раҫлау таба. Шулай килеп сыға ла: предприяти е унда ни тиклем йышыраҡ ҡатнаша, сифат һорауҙарына н и тиклем күберәк иғтибар бүлә, һөҙөмтәлә был уның конкурен тлыҡ һәләтен билдәләй.
       Һәм был осраҡлы хәл түгел. Конкурс ҙур абруй менән файҙал ана, һәм предприятиеның унда еңеп сығыуы - оло ҡаҙаныш булып тора. Ти к бына лауреат исеменә лайыҡ булыуы ауырыраҡ. Бик күп эшләргә тура килә. Бында төп талап, әлбиттә, барлыҡ нормативтарға яуап биреүсе сифатл ы продукция булыуы. "Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары" үҙеңде күрһәтерг ә лә, башҡаларҙың эшен ҡарарға ла мөмкинселек бирә, бер һүҙ менән әйткәндә, нисек кенә булмаһын, конкурста ҡатнашыу - бик файҙалы эш. Ха тта лауреат исеме эләкмәгән хәлдә лә артабан хаталарҙы ҡабатламаҫ һәм үҙ
       мөмкинселектәреңде тулыһынса күрһәтер өсөн ниндәй йүнәлеш һ айларға кәрәклеген
       асыҡларға ярҙам итәсәк ул. Әгәр ҙә республика конкурсында у ңыш йылмая икән, ул саҡта федераль программа - "Рәсәйҙең иң яҡшы йөҙ та уары" конкурсына тура юл асыла тигән һүҙ. Билдәле булыуынса, иң аб руйлы "сифат" конкурсында ҡатнашыуға региональ этапты уңышлы
       үткәндәр генә иҫәп тота ала.
       Быйыл "Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауарында" ҡатнашыуға заявкал ар ҡабул итеү ваҡыты ҡыҫҡартылды. Тимәк, потенциаль конкурсанттарҙың республика ярыштарына әҙерләнер өсөн ваҡыты ла аҙыраҡ булды тигән һүҙ. Заявкалар 1 мартҡа тиклем генә ҡабул ителде. Әлеге ваҡытта конкурс мат ериалдарына экспертиза үткәреүҙең иң ҡыҙыу мәле. Уны конкурстың төп коор динаторы - Башҡортостан стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлашт ырыу үҙәге ойоштора.
       Унда беҙгә хәбәр итеүҙәренсә, быйыл конкурста ике йөҙҙән ашыу продукция һәм хеҙмәтләндереү төрө ҡарала. Һәр саҡтағы к еүек үк, аҙыҡ - түлек күп урын биләй, тауарҙың был төрө конк урс материалдарының 42 процентында күрһәтелгән. Производство - техник тәғәйенләнеш һәм халыҡ ҡу лланыуы тауарҙарына 25 процент тура килә. Хеҙмәтләндереү быйыл үткән
       йылдар менән сағыштырғанда аҙыраҡ урын алған.
       Баһалау критерийҙары ярайһы уҡ ҡаты. Лауреат һәм дипломан ттарҙы билдәләгәндә барыһы ла, беренсе сиратта сифат һәм конкурентл ыҡҡа һәләтле булыу иҫәпкә алына. Мөһим параметрҙарҙың береһе - хә үефһеҙлек. Ҡулланыусылар тарафынан һорау менән файҙаланыу - ҙур плюстар ҙың береһе. Һәм, әлбиттә, продукцияға контроль органдарының бер ниндәй ҙә дәғүәһе булырға тейеш түгел, юҡһа ул ниндәй "иң яҡшы тауар" булһын и нде
       Республика конкурсының үҙенең "аҡһаҡалдары" ла барлыҡҡа к илде - улар ныҡышмал рәүештә йыл һайын эксперт комиссияһына үҙ изделиела рын тәҡдим итә. Был уларҙың тәҡдим итерлек тауары булыуын һәм ул арҙы конкурентлыҡ ҡурҡытмауы хаҡында һөйләй. Был предприятиелар а раһында Өфө эластомер материалдар, изделие һәм конструкциялар заводы , Ишембай трикотаж изделиелар фабрикаһы. "Башкирская" ҡошсолоҡ фабрика һы, Өфө агрегат производство берекмәһе.
       Ғөмүмән, конкурста үҙ көсөн һынап ҡарап, унда ҡабаттан ҡа тнышыусы предприятиелар етерлек. Кемдер өлгәшелгәндә туҡтап ҡалырға й ыйынмай, кемдер үткән конкурста эшләп еткерелмәгәнде еткерергә тырыша . "Иң яҡшы тауарҙар" конкурсында ҡатнашыусылырҙың өстән бер өлөшө генә - яңы предприятиелар.
       Етештереүселәр сифат менеджментының сертификатлаштырылған системаһына эйә булһа, был да конкурста уларға өҫтөнлөк бире леүенә ярҙам итә. Эксперттар әйтеүенсә, бынлай система конку рсант - предприятиеларҙың 20 процентында ғына бар.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал