6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Республиканың иң яҡшы уҡытыусыһы - Өфөнән Наталья Ускова
19.04.05


       Үткән аҙнала баш ҡалабыҙҙа "Башҡортостандың йыл уҡытыу сыһы - 2005" профессиональ юбилей конкурсы үтте. Был ярышты ойоштороусылар - БР Мәғариф министрлығы, РФ халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре
       профсоюзының республика комитеты һәм башҡалар.
       Быйыл конкурстың үткәрелә башлауына 15 йыл тула: был ваҡы т эсендә сарала республиканың барлыҡ райондарынан 600 - ҙән ашыу уҡыт ыусы ҡатнашты. Был юлы иң яҡшы уҡытыусы исеме өсөн 52 кеше - тари х, йәмғиәтте өйрәнеү, иҡтисад, математика, физика, рус теле һәм әҙәбиәте, география, биология, сит ил теле, технология, рәсем төшөрөү сәнғәте, ба шланғыс синыф уҡытыусылары көс һынашты. Иң "өлкән" конкурса нтка - Салауат районының Малаяҙ ауылынан Татьяна Томилина булһа, иң йәштәре - Яңауыл 4 - се һанлы урта мәктәбенән Дмитрий Ғафаров һәм Иглин районы Оло Теләк у рта мәктәбе уҡытыусыһы Рөстәм Ғафаров булды. Уларҙың икеһенә
       лә әле 25 йәш тә юҡ, әммә конкурста улар ҙур теләк менән ҡатнашты.
       Уҡытыусылар династияһын дауам итеүселәр һаны 15 ине. Елиз авета Каштанованың бер нисә быуынға һуҙылған дөйөм педагогика стаж ы, мәҫәлән, 599 (!) йыл тәшкил итә.
       Уҡытыусылар конкурсында ҡатнашыу түбәндәгегә ҡайтып ҡалды : һәр кем баш ҡала белем биреү учреждениеһында үҙ предметы буйынса дәр ес үткәрә, үҙ педагогика концепцияһы буйынса дәресен анализл ай, жюри ағзалары менән бергә матбуғат конференцияһы уҙғара, "Тәрбиә - бөйөк к өс" темаһына фекер йөрөтә һәм, әлбиттә, үҙенең визит карточк аһын тәҡдим итә.
       Һынауҙарҙы үтеү һәр кемдең дә ҡулынан килмәне, финалға би ш уҡытыусы
       сыҡты: Сибайҙың "ПолиТэк" технология лицейы уҡытыусыһы Рафи ҡ
       Байғотлин, Өфөнөң 8 - се лицейында география һәм биология у ҡытыусы Лариса Дубицкая, Йылайыр районы Йылайыр ҡасабаһынан биология
       фәне буйынса белем биреүсе Андрей Сухов, А. М. Горький исемендәге
       Өфө гимназияһының математика уҡытыусыһы Наталья Ускова, Ауырғазы
       районы
       Талбазы мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы С ветлана
       Юлмөхәмәтова.
       Быйыл конкурсанттарҙы 14 кешенән торған абруйлы жюри баһа ланы. Мәғариф министры Зөһрә Рәхмәтуллина еңеүселәргә Почет грамот аһы һәм аҡсалата премия тапшырҙы. Шулай уҡ финалистарҙы РФ халыҡ мәғ арифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһы
       рәйесе Светлана Пронина ҡотлап, Почет грамоталары һәм аҡсалата премиялар тап шырҙы. "Иң яҡшы уҡытыусы" исеменә лайыҡ булыусы йыл буйына махсус профс оюз стипендияһы аласаҡ", - тип белдерҙе Светлана Пронина. БР Хөк үмәте Премьер - министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт ми нистры Илдус Илешев конкурстың еңеүсеһе - Өфө ҡалаһының 3 - сө гимн азияһының математика уҡытыусыһы Наталья Ускованы "Йыл уҡытыусыһы" исем енә лайыҡ булыуы менән ҡотланы.
       Ойоштороусылар тарафынан 15 номинация булдырылып, конкурс анттарға ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал