6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Улар беҙгә лайыҡлы тормош бүләк итте
19.04.05


       Ваҡыт үҙенекен итә, ветерандар сафы һирәгәйә бара. Ә ммә был уларҙы оноторға ла мөмкин тигәнде аңлатмай. Сөнки та п уларҙың үҙ ғүмерҙәрен аямайса көрәшкә ташланыуы арҡаһында ғына беҙ бөгөн зәңгәр кү к йөҙөнә ҡарап һоҡлана, дуҫтар менән осраша, уҡый, ә иң мөһиме - лайы ҡлы ғүмер кисерә алабыҙ.
       Миномет расчеты командиры, өлкән сержант, хәҙер инде отс тавкалағы майор Салауат Төпәев Курск дуғаһындағы ҡыҙыу һуғыштарҙа ҡатн аша, шунда ҡурҡыныс йәрәхәт ала. Ул ауыр көндәрҙе ул былай
       тип хәтерләй:
       - Курск дуғаһында һөжүм 1943 йылдың июль айында башланды. Тәүге аҙнала беҙ немецтарға беҙ аҙ бирештек, беҙҙең часть, м әҫәлән, 12 километрға сигенде. Ваҡытлыса сигенеүгә сәбәп булып немецтарҙың яңы тан ктар - "тигрҙар" һәм артиллерия ҡоролмалары ҡуллана башлауы торҙо. Барыбер тиҙ арала беҙ уларҙы кире ҡыуа башланыҡ. Кәйеф шәп и не ул ваҡытта, хатта шаярыуҙар ҙа яңғырай: "41 - се йылда улар беҙҙе машина менән
       ҡыуһа, хәҙер беҙ уларҙы йәйәү ҙә өңдәренә алып барып дөмөкт өрәбеҙ".
       Яраланғандан һуң Салауат Харис улы ярты йылдан ашыу госпи талдә ята, ә Еңеү көнөн тыуған төйәге - Учалы районының Төпәй ауылында ҡа ршы ала. Был ауылға исем 1812 йылда француздарға ҡаршы батыр ҙарса һуғышҡан башҡорт кавалерия полкы комиссары хөрмәтенә ҡ ушыла. Уға ҡыйыулығы өсөн ер майҙаны бүлеп бирелә, ошонда киләсәктә ырыуҙы дауам итеүсе С алауат Харис улы тыуып үҫә лә инде. Тормошта уға шатлығын да, ҡайғы һын да күп кисерергә тура килә.
       - 1937 йылда атайымды халыҡ дошманы тип ғәйепләп ҡулға ал дылар. Уның менән бергә беҙҙең бәләкәй генә ауылдан тағы ет е кеше репрессияға эләкте.
       Күп йылдарҙан һуң, инде үҙе хаҡлы ялға сыҡҡас, Салауат Ха рис улы атаһы һәм уның бәхетһеҙлек буйынса иптәштәренә ауылда һәйкәл ҡуя. Таш юныусы таба алмағанлыҡтан, уның үҙенә был һөнәрҙе үҙләштерергә тура
       килә. Һәйкәл аҫтына ул:"Башҡорт ерендә сәйәси золом ҡорбанд арына тәүге һәйкәл ҡуйылды" тип яҙа.
       1991 йылдың 18 апрелендә БР Сәйәси золом ҡорбандары ассоц иацияһының тәүге конгресы үтә, унда Салауат Харис улы рәйес итеп һайлана. Беҙҙең герой бөгөн ассоциацияның почетлы прези денты урынын биләй. Уның ҡатнашлығында Өфөлә, "Юбилей" мәҙән иәт йорто эргәһендәге скверҙа БР сәйәси золом ҡорбандарына һәйкәл асылды, уның авторы - скульптор Солдатов . Шулай уҡ САлауат Төпәев редакторлығы аҫтында "Хәтер китабы" сығарыла,
       унан да Башҡортостандан репрессияға эләгеүселәр тураһында күп мәғлүм әт табырға була.
       Һуғыштан һуң, 1950 йылда, Салауат Төпәев авиация институт ын тамамлай, оҙаҡ ваҡыт буйы Өфө моторҙар төҙөү заводында эшләй. Артабан,
       1962 йылда, Мәскәүҙә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, авиа ция сәнәғәте ғилми - тикшеренеү институтының Өфө филиалында баш инженер һәм ғилми
       эш буйынса урынбаҫар булып эшләй. Һуңыраҡ Салауат Төпәев Өфө ав иация институтының машиналар төҙөү технологияһы кафедраһы доценты вазифаһын башҡара.
       Салауат Харис улы менән мин Башҡорт дәүләт университетыны ң спорт залында таныштым, үткән йома унда Өфөнөң Киров районынан Бөй өк Ватан һуғышында ҡатнашыусы 120 ветеран, тыл эшсәндәрен тәбрикләнел әр. Район
       хакимиәте башлығы урынбаҫары Зөлфиә Әхмәтованың һүҙҙәре буй ынса, Киров райоынан фронтҡа беренсе көндәрҙә үк 16 мең кеше китә.
       Уларҙың күбеһе тыуған яғына әйләнеп ҡайта алмай.
       Салауат Харис улының тормош иптәше Рафиҡа Ғәйзетдин ҡыҙы өсөн был Еңеү көнө икеләтә байрам - уның тыуған көнө лә. Ул 40 йыл да уамында Өфө мәктәптәренең береһендә химия уҡыта. Ире менән бергәләп бик матур ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Әлеге ваҡытта Төпәевтарҙың бәхетле ғаиләһендә өс ейәнсәрҙәре, бүлә һәм бүләсәрҙәре үҫә.
       Салауат Харис улы, Рафиҡа Ғәйзетдин ҡыҙы һәм башҡа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл эшсәндәрен тәбрикләү танта наһы Өфө гарнизоны хәрби комендатураһының почетлы ҡарауылы
       һәм Башҡорт дәүләт университеты
       хәрби кафедра офицерҙары - студенттары тарафынан байраҡ алы п сығыуҙан башланды.
       - Һеҙҙең фиҙакәр хеҙмәт, ҡыйыулыҡ, Ватанығыҙға булған һөй өү тойғоһо илебеҙ бойондороҡһоҙлоғон, тыныс тормош бүләк итте, - тине ү ҙенең ҡотлау телмәрендә БДУ ректоры Мөхәммәт Харрасов. - Һеҙ фашист илбаҫ арҙарынан Советтар Союзын ғына түгел, Европаны ла азат иттег еҙ. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә емереклектә ҡалған Ватаныбыҙҙы аяҡҡа
       баҫтырҙығыҙ. Беҙҙең быуын һеҙҙең алда түләп бөтөргөһөҙ бурыслы. Һеҙ - беҙҙең ғорурлыҡ һәм тая нысыбыҙ.
       Тантана салютынан һуң БДУ студенттары ветерандар өсөн кон церт номерҙары менән сығыш яһаны. Хәрби йылдар иҫтәлегенә Алкинол ағы 02030 хәрби часть һалдаттары геройҙар өсөн баҫыу кухняһы ойошторға н ине, улар ветерандарҙы ҡарабойҙай бутҡаһы менән һыйланы.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал