6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Эшләү ғүмереңде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыумы
25.09.03


       Беҙҙең илдә йәшәүселәрҙең бик аҙы ғына үҙенең һаулығы м енән маҡтана алалыр ул. Һәм быны һәр ваҡыт насар экология йә
       иһә генетикаға һылтау дөрөҫ түгел. Күп кенә ауырыуҙарға бе ҙ "кассанан йыраҡ китмәйенсә", йәғни эш урынында дусар булаб ыҙ. Ҡасандыр хеҙмәт маймылдан кеше яһаған. Хәҙер килеп хеҙмәт һ әм хеҙмәтсәндәргә булған мөнәсәбәткә ҡарап кире процесс тура һында һүҙ йөрөтөргә була. Мин аҙыраҡ арттырам, әлбиттә, әммә
       цифрҙарға күҙ һалһаң ысынлап та иҫең китерлек. Һуңғы ун йыл да Рәсәйҙә тәү башлап профессиональ ауырыу тигән диагноз 120
       мең кешегә ҡуйылған. Был ауырыуҙарҙың 97 проценты инде хрон ик "дәрәжәһенә"күтәрелгән. Башлыса тын алыу органдары, вибра ция ауырыуҙары ( мәҫәлән, транспорт хеҙмәткәрҙәрендә), ишете ү һәләтлегенең хөртәйеүе тәүге урындарҙы тора. Статистика бу йынса илдә һәр алтынсы кеше санитария - гигиена нормаларына яуап бирмәгән шарттарҙа эшләй. Энергетика, күмер, химия сәнә ғәте, металлургия, машина төҙөү тармаҡтарында был күрһәткест әр тағы ла юғарыраҡ.
       Йыш ҡына был хәл хеҙмәт шарттарының нормаға тап килмәүе нә бәйле була. Һуңғы 10 -- 12 йылда илдә етештереү кимәле к үпкә кәмене, технологик ҡорамалдар иҫкерҙе, ә күп кенә пред приятиеларҙың яңы техника һатып алырға мөмкинселектәре юҡ. Б ыл да төп бәләләрҙең береһе булып тора. Һуңғы йылдарҙа медицина хеҙмәтләндереүе лә үҙгәрештәр кисерҙ е. Практика күрһәтеүенсә, бөгөнгө көнгә һаулыҡ һаҡлау моделе
       үҙ ваҡытында һәм сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү талаптары на яуап бирмәй. Заман медицинаһының күп кенә мөмкинселектәре
       хеҙмәтсәндәргә барып етмәй, айырыуса был үҙәктән ситтә ятҡа н региондарға ҡағыла.
       Хеҙмәтсәндәрҙең һаулығын профилактикалау һәм контролдә тотоу буйынса кәрәкле саралар күрелмәй. Был айырыуса шәхси п редприятиеларға ҡағыла. Шул уҡ баҙарҙа һатыусыларҙы алайыҡ: уларҙың "хужалары" үҙ эшселәренә прививка яһалғанмы, юҡмы ти п ҡайғырта тиһегеҙме ни Йыш ҡына һаулығы буйынса был эшкә я рамаған кешеләрҙе алыу осраҡтары булғылай. Эш менән тәьмин и теүсе үҙ килеме тураһында ғына ҡайғыртып, эшселәренең һаулығ ы тураһында бөтөнләй уйламай килеп сыға. Берәй нәмә була ҡал а икән, эшсене алмаштырыуы ҡыйын булмаясаҡ, эш эҙләүселәр ет ерлек. Шуға күрә эшселәрҙең үҙҙәренә лә ауырырға "ярамай": б ыл көндәр өсөн "больничный" ғәҙәттә түләнмәй, ауырып ятҡан в аҡытта урыныңды башҡа берәү биләмәҫ тип ышанып та булмай. Бө гөнгө көндә эш биреүсе үҙ аҡсаһына медицина тикшереүе үткәрг ән, һаулыҡ һаҡлау пункттары тотҡан, эшселәренең яҡшы туҡланы уын, ваҡытында ял итеүен тәьмин иткән тигән миҫалдарҙы бик а ҙ килтерергә була.
       Дауа менән тәьмин итеү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Мәҫәлән, сит илдәәрҙә фармацевтика бизнесы иҡтисадтың социаль өлкәһен Ь индерелә. Рәсәй иҡтисады шарттарында был тармаҡ башҡа прин циптар буйынса эшләй. Ғүмер өсөн әһәмиәтле булған препаратта рҙы етештереү дәүләт тарафынан финансланырға тейеш, ә беҙҙә иһә уларҙы етештереү менән шәхси эшҡыуарҙар шөғөлләнә. Дарыу ҙарға хаҡтар ҙа, билдәле, артты. Сит илдәрҙән индерелгән дар ыуҙар һаны ла бик юғары. Илдәге фармацевтика индустрияһы пре дприятиеларының дауа етештереү көсө 20 процентҡа кәмене, ә я лған дарыуҙар өлөшө, киреһенсә, 30 процентҡа тиклем артты. Ошо һәм тағы ҡайһы бер факторҙар ауырыуға, инвалидлыҡҡа дуса р булыу, үлем осраҡтарының артыуына килтерә. Йыл һайын инвал идтар һаны миллионға арта. Эш урынында алған ауырыу, бәхетһе ҙ осраҡ арҡаһында был донъянан китеү күләме буйынса Рәсәйҙә йөҙ йыл элек булған күрһәткестәргә яҡынлаша. Рәсәй Федерация һының Иҡтисади үҫеш һәм һәм сауҙа министрлығы күҙаллауы буйы нса, хеҙмәт ресурстарының етешһеҙлеге 2006 йылда айырыуса н ыҡ беленә башлаясаҡ һәм 2015 йылға тиклем дауам итәсәк. Хеҙм әт көсөнөң етешмәүе үҙ сиратында илдең иҡтисади үҫешенә бер ҙә ярҙам итмәйәсәк. Белгестәрҙең тикшереүе күрһәтеүенсә, ау ырыуҙар, инвалидлыҡ һәм үлемдәрҙән күрелгән зыян әле үк һиҙе лерлек. Бәхетһеҙ осраҡтарҙан страховкалау буйынса йыл да стр аховка түләүҙәре Рәсәйҙә 25 миллиардтан артып китә.
       Халыҡтың һаулығын һаҡлау медицинаның ғына бурысы түгел.
       Был проблема уны төрлө яҡлап тикшереүҙе талап итә. Һәм был һорауҙар Өфөлә 21 -- 25 сентябрҙә үтәсәк Халыҡ - ара конфере нцияла ентекле тикшереләсәк. Был турала "Башинформ"агентлығы нда үткән матбуғат конференцияһында хәбәр ителде.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал