6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Бында Тамерландың эҙҙәре һаҡлана
19.04.05


       Революцияға тиклем баш ҡалабыҙҙа йыл һайын Өфө ҡалаһын ың адрес, календарь һәм белешмәләр китабы сыға торған булған. Уларҙа Ө фө һәм өфөлөләр, шул иҫәптән крайҙы өйрәнеү йәһәтенән дә күп кенә м әғлүмәт бирелгән. Бөгөн, Халыҡ - ара һәйкәлдәр һәм иҫтәлекле урындар
       көнөндә беҙ уҡыусыларҙы 1904 йылда сыҡҡан белешмәләр китабы менән ҡыҫҡас а таныштырып китергә ниәтләйбеҙ.
       Сал быуаттар иҫтәлеге
       Өфөнән 50 саҡрым арала, Шишмә станцияһынан, Башҡортостанд а билдәле булған Аҡзыярат күленән алыҫ түгел, йүгерек дала й ылғаһы Дим буйында, сал ҡылған араһында күренекле мосолман м иссионеры, нуғай имамы Хөсәйенбәк кәшәнәһе ағарып күренә. Ул артыҡ ҙур булмаған ярым емерек дү рт мөйөшлө бинанан ғибарәт. Өс тәҙрәһе һәм көньяҡҡа ҡараған ишеге бар. Бина эсендә, алғы мөйөштә, ғәрәп телендә түбәндәге һүҙҙәр яҙылған ҡәбер т ашы ҡуйылған: " Төркөстандан мәрхүм Хажи Хөсәйенбәк, Әзмирбә к улы, Торас тоҡомона Алланың киң мәрхәмәте булһын. Эй, Аллам, Әзмирбәк улы Хөсәйе нде шәфҡәтеңдән мәхрүм итмә. 744 йыл Мөхәррәм айының 10 - сы көн өндә вафат булды. 76 йәш".
       Башҡортостанда ислам диненең таралыуына күп көс һалған бы л кеше тураһында Димдең дала башҡорттары араһында уның исемен дәһш әтле Тимур менән бәйләүсе түбәндәге легенда йөрөй. Нуғай халҡының
       мосолман диненә күсеү ваҡытында, ул башҡорттарға хакимлыҡ итһә лә, б ыл халыҡтың холҡон үҙгәртеүе еңелдән булмай: улар ислам динен йүнләп бел мәй һәм ҡабул итмәй. Был хәбәр Бохара һәм Төркөстанға барып етә. Төркөстанда ул ваҡытта ханлыҡ итеүсе изге Хажи Әхмәт Йә сәүи башҡорттарға үҙенең уҡыусыһы Хөсәйенбәкте ебәрә һәм ул башҡорттарҙың һөйөүен яулауға өлгә шә.
       Башҡортостанда ислам дине таралыуға күп йылдар үткәс, Хөсәй енбәк Мәккәнән ҡайтышлай Башҡортостанда Аҡзыярат күле эргәһендә ту ҡтай, шунда йәшәй, шунда вафат була һәм ерләнә.
       Шулай итеп, Хөсәйенбәк башҡорттарҙың төп имамы тип әйтерг ә мөмкин, һәм һәр мосолман уны әүлиәләрҙән һанай. Легенда буйынса, бер
       төндө уның ҡәбере өҫтөндә яҡтылыҡ күргәндән һуң, уның изгел егенә ышаныс тағы ла артатөшә .
       Риүәттә һөйләнеүенсә, Хөсәйенбәктең ҡәберендә Тамерлан д а булып китә, ул Башҡортостанда ярты йыл тирәһе йәшәй һәм әл еге кәшәнәне төҙөтә. Был ваҡыт эсендә Тамерлан үҙенең алты кенәзен юғалта, улар Хөсәй енбәккә
       күршеләш ерләнгән. Уларҙың ҡәбер өҫтөндә лә ҡәбер таштары ҡ уйыла. Хөсәйенбәктең ҡәбер ташын килтереү өсөн Тамерлан ун ике үгеҙ
       ектерә...
       Кәшәнә баштағы хәлендә һаҡланмаған. Уны тарихсы һәм крайҙы
       өйрәнеүсе П. Павловский, В. Юматов, Р. Игнатьев, Н. Рычков һүрәтләп ҡа лдырған. В. Юматов 1845 йылда был ҡоролманы үлсәп сыға. Кәшәнәнең стена ҡалынлығы 1, 57 метр булған таштан һалынған. Бейеклеге 4,2 м етр. Көньяҡтан уға
       бейеклеге 2,45 метр, киңлеге 1,07 метр булған ишек ҡуйылған . Ҡалған өс стенала берәр тәҙрә уйылған, уларҙың бейеклеге 1,29 метр, ки ңлеге - 0,72 метр була.
       1911 йылда кәшәнә яңынан төҙөлә. Элекке бинанан фундамент тың бер өлөшө генә һаҡланып ҡала.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал