6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Торлаҡ төҙөү буйынса алда барабыҙ, әммә һаман да йәшәргә уры н етмәй
19.04.05


       Торлаҡ төҙөү буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре ара һында иң алда барыусыларҙың береһе, дөрөҫөрәге, Мәскәү, Мәск әү өлкәһе, Санкт - Петербург, Краснодар крайы һәм Татарстандан һуң беҙ алтынсы урында. Һуңғы биш йыл эсендә генә республикабыҙҙа дөйөм торлаҡ майҙа нының ете миллиондан ашыу квадрат метры файҙаланыуға тапшырылған. Үткә н йыл 18 мең фатир, йәғни 1,5 миллион квадрат торлаҡ майҙаны төҙөлгән
       ( 2003 йыл менән сағыштырғанда 2,8 процентҡа күберәк).
       Был һандар ошо көндәрҙә үткән, торлаҡ төҙөү үҫешенә һәм Б ашҡортостан халҡын торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләләренә арналған респу блика кәңәшмәһендә яңғыраны. Дөйөм алғанда, республика буйынса Өф ө ҡалаһы алда бара: бында торлаҡ майҙанын файҙаланыуға тапшырыу күләм е 416 мең
       квадрат метр тәшкил итә. Артабан Стәрлетамаҡ (98 мең), Сала уат ( 48 мең), Нефтекама ( 42 мең) килә. Быйылғы йыл да яҡшы ғына башланып китте: беренсе квартал эсендә республикала үткән йыл менән сағыштыр ғанда 15 процентҡа күберәк торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды.
       Төҙөүселәргә килгәндә, иң тырышып эшләүселәр иҫәбенә БР Т орлаҡ төҙөү фонды дәүләт унитар предприятиеһын ( 217 мең ква драт метр), "ИСК Уфы" муниципаль унитар предприятиеһын ( 114 мең) индерергә була. Шул уҡ ваҡытта тәүге ойошма иҫәбендә 32 мең квадрат 560 төҙөлгән, ә ммә
       һатылмаған фатир тора ( 315 миллион һум). БР төҙөлөш, архит ектура һәм транспорт министры Хәмит Мәүлейәров билдәләүенсә, фондҡа тор лаҡты һатыуҙа Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Салауат, Учалы, Яңауыл хаким иәттәре ҙур ярҙам күрһәтә, ә бына Дәүләкән, Ишембай, Сибай, Мәләүез, Әбй әлил,
       Хәйбулла, Кушнарен һәм Федоровка райондары был йәһәттән әүҙ емлек күрһәтмәй. Һөҙөмтәлә һалынған аҡса "туңдырыла" һәм был артаб анғы төҙөлөштө финанслауға ҡамасаулыҡ итә.
       Фатирҙарҙы һатыу уларҙың майҙаны ҙурлығы, тимәк хаҡы ла ю ғары булыуға бәйле лә "аҡһай". Әгәр советтар ваҡытында күпсе лек 50 квадрат метрлыҡ фатирҙар төҙөлһә, 2000 йылдан алып майҙандар 200 метрға тикл ем артты. Һәм күптән түгел генә заказсылар ҡабаттан дөйөм майҙаны 100 квадрат метрға тиклем булған фатирҙар төҙөүгә күсте.
       Эш аҙағына тиклем алып барып еткерелмәгән төҙөлөштәр проб лема
       тыуҙыра. Мәҫәлән, 2005 йылдың беренсе ғинуарына 727 торлаҡ йорт ошондай хәлдә ине. Шәхси торлаҡ төҙөү күләменең дә байтаҡ өл өшө (ике миллиондан ашыу квадрат метр) ярты юлда туҡтап ҡалған.
       Төҙөлөш сифаты ныҡлы контроль аҫтында тотоуға мохтаж. Айы рыуса был биҙәү, түбә ябыу, стеналарҙы йылытыу эштәренә ҡағыла.
       Хәҙер хаҡтарға күсәйек. 2004 йылда республикала бер квадр ат метрҙың уртаса хаҡы 9 196 һум тәшкил итте. Ҡалаларҙа квадрат хаҡы ур таса алғанда 10 297 һум, райондарҙа - 8 512. Башҡортостан баш ҡалаһының т өҙөлөш күләме буйынса ғына түгел, беренсел торлаҡ баҙарында бер ква драт метрҙың хаҡы буйынса ла алда барыуын танырға кәрәк. Үтк ән йыл ул 15,2 мең һум тәшкил итеп, 2003 йыл күләменән 18 процентҡа артҡайны. Йыл а ҙағына уртаса баҙар хаҡы 16,2 меңгә етте һәм үткән декабрь х аҡтарынан 28 процентҡа артты.
       Ғөмүмән алғанда, үткән йыл һатып алыусылар икенсел торлаҡ ҡа өҫтөнлөк бирә башланы. Был аңлашыла ла: халыҡ бик үк уңайлы булмаһа л а йәшәү өсөн әҙер фатирҙарҙы хуп күрә.
       Ипотека буйынса ла Рәсәйҙә Башҡортостан алдынғылыҡты бирм әй. Ипотека кредиты системаһы буйынса торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу 2004 йылда 14,3 мең квадрат метр, ә йәлеп ителгән инвестициялар күләме - 1,475 миллиард һум тәшкил итте. Шул иҫәптән ҡала программа лары буйынса 99 миллион һум, федераль программа буйынса - 1, 375 миллиард.
       Баш ҡалала ипотека башлыса ҡала бюджеты средствоһына "Йәш ө фөлөләргә торлаҡ" программаһы буйынса һәм "УАПО" акционерҙар
       йәмғиәте һәм "УЗЭМИК" предприятиеларының үҙ аҡсаларына башҡарылды. Һөҙөмт әлә бюджет был маҡсатҡа 40, 3 миллион һум, ә йәш ғаиләләр һәм йә штәр - 21, 3
       миллион һум тотондо. Быйыл республика ипотека кредитына гра ждандарҙан яҡынса 1,5 миллиард һум аласаҡ, был 3,5 мең ипотека кредиты бирергә
       мөмкинселек бирә ( һәр береһе 400 мең тирәһе).
       Әммә төҙөлөштөң йылдам барыуына ҡарамаҫтан, беҙгә торлаҡ барыбер етмәй. Бөгөн республикала 193 мең ғаилә торлаҡ шарттарын яҡш ыртыуға мохтаж. Бер ғаилә ағзаһына тура килгән килем дәрәжәһе буйынс а уларҙы өс категорияға бүлергә була.
       Беренсеһе - йән башына айына ике меңгә яҡын килем алыусы ғаиләләр. Улар 34 мең йәки торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждарҙың 17 ,6 проценты. Был категорияны торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн 1 0 йыл дауамында йыл да 116 мең квадрат метр социаль торлаҡ төҙөргә кәрәк. Был маҡса тҡа йылына инвестицияға мохтажлыҡ 1,34 миллиард һум тәшкил итә.
       Икенсе категория - һәр ғаилә ағзаһына айына ике - биш мең
       һум килем тура килеүсе ғаиләләр. Улар ипотека буйынса торла ҡ алыу өсөн субсидия йәки дотация формаһында дәүләт һәм предприятиелар ярҙамына мохтаж . Бындай ғаиләләр 77 мең йәки торлаҡ шартарын яҡшыртыуға мохтаждарҙың
       40 проценты. Был категорияны торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн шула й уҡ ун йыл буйына һәр йыл 265 мең квадрат метр торлаҡ төҙөргә кәрәк бул асаҡ. Был
       осраҡта тәүге түләү сифатында торлаҡ хаҡының 30 процентына тиклем субсидия һәм йылына һигеҙ процент размерында дотация бүлеү м әсьәләләрен хәл итеү мөһим.
       Өсөнсө категория - йән башына биш мең һумдан ашыу килем а лған ғаиләләр. Улар коммерция нигеҙендә төҙөлгән фатир йәки ирекле баҙарҙан торлаҡ һатып ала.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал