6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Швейцария Башҡортостанда аң - белем үҫешен хуплай
18.04.05


       Рәсәйҙең оҙайлы ваҡыт буйына сит ил фондтары ярҙамы менән файҙаланған коммерцияға ҡағылышы булмаған булмаған ойошмала рына тиҙҙән финанслауҙың эске сығанаҡтарына ғына иҫәп тоторға тура киләс әк. Фондтар аҡрынлап Рәсәйҙән алыҫлаша бара. Беренсе яҡтан, Көнбайыш Рәс әйҙә финанс йәһәтенән хәлдең яҡшырыуын күрә, икенсенән, ундағы хә йриә менән шөғөлләнеүселәр Рәсәй бизнесы, социаль яуаплылыҡ күрһәтеп, коммерция
       булмаған ойошмаларҙың проекттарына ҡарағанда йомартыраҡ та
       була алыр ине тигән фекерҙә ҡала. Көнбайыш гранттарына прог рамма һайлау буйынса конкурс ҡатыраҡ була бара, ә уларҙың һөҙөмтәлелеге йәмғиәткә
       ҙур файҙа
       килтереүе менән раҫланырға тейеш.
       2005 йылда Рәсәй Федерацияһында граждандар йәмғиәтен нығ ытыу һәм кеше хоҡуғын һаҡлауға ярҙам итеү буйынса Швейцария программа һының финанс ярҙамын алырға тейешле дүрт коммерция булмаған ойошма һы проекты ( төбәктә улар өс меңгә яҡын), Рәсәй Президентының Б ашҡортостан буйынса Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡ уҡлы вәкиленең йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә тикшерелде. Программа м енеджеры Вячеслав Бахмин проекттарҙың бөтә илдән дәғүә итеүсе иллегә яҡын проекты араһынан һайланып алыуын айырым билдәләне. Улар
       башлыса ағартыу һәм социаль йүнәлештәргә ҡағыла."Халыҡ - ара стандарт" фондының йәмәғәтселек фонды директоры Наталья Караваева "Халыҡ - ара килешеү - Башҡортостан Республикаһында кеше хоҡуғын һаҡлауҙа таяныс" тигән проект т әҡдим итте. Йыл дауамында коммерция булмаған ойошмалар хоҡуҡ һаҡлау өлкә һендә Берләшкән милләттәр ойошмаһы конвенциялары менән таныштыра, теләүселәрҙе мәғлүмәт йыйыу һәм классификациялауға өйрәтәсәк . Проект сиктәрендә кеше хоҡуғын боҙоу тураһында тикшерелгән мәғлүмәт тәр нигеҙендә киң мәғлүмәт саралары өсөн хоҡуҡ һаҡлау агентлығы эшләй. Семинар - тренингтарҙан тыш фонд хоҡуҡ һаҡлауҙың халыҡ - ара
       стандарттарына арналған брошюралар сығарасаҡ. Республиканың
       ҡасаҡтар һәм күсеп барырға мәжбүр булыусылар йәмғиәте рәйесе Дмитрий Погорельск ий "Ҡарлуғас - 2005" социаль - мәҙәни проекты тураһында һөйләне . Ул ноябрь айында дүртенсе тапҡыр уҙғарыла һәм һәр ваҡыт швейцар яғынан
       ярҙам ала. Талантлы балаларҙы һайлау буйынса эштәр республи каның биш ҡалаһында йәй аҙағында башланасаҡ.
       "Коммерция булмаған ойошмалар һәм кеше хоҡуғын һаҡлау буй ынса хоҡуҡ һаҡлау органдарының үҙ - ара мөнәсәбәте" проекты "Үҫеш" (Неф текама) психология үҙәгендә тормошҡа ашырыла. Уның директоры Светлан а Шакирова ғаиләлә ҡатын - ҡыҙҙы йәберһетеү менән килешергә ярамай, тип иҫәпләй. Был ғына түгел, гүзәл зат вәкилдәре үҙәре лә бындай мөнәсәбә ттең нормаль булмауын әлегә тиклем аңлап бөтмәй. Әлегә ғаиләлә көс ҡулла ныуҙы иҫкәртеү йәһәтенән шөғөлләнеүселәр юҡ кимәлендә. Был п роекттың маҡсаты, ҡыҫҡаса әйткәндә, - участка инспекторҙары һәм йәмәғәтселек о йошмаһының килешеп эшләүенә булышлыҡ итеү.
       "Яңы кешеләр" (Стәрлетамаҡ) проекты етәксеһе Галина Кузьм ина "Урындағы реаль үҙидара" проекты менән сығыш яһаны. Унда бер
       нисә йүнәлеш ҡаралған - сит ил һәм һирәк осраҡта Рәсәй өлгөләренд ә халыҡ нисек итеп үҙенән, үҙ фатирынан, ихатаһынан башлап л айыҡлы тормош төҙөргә өйрәнә. Профессор Преображенский әйтмешләй, "мейеләге емерек лек" - үҙең йәшәгән урынды тәртипкә килтермәйенсә, бер ниндә й хоҡуҡ һәм азатлыҡ та ярҙам итмәйәсәк. Проект муниципаль хеҙмәткәрҙәр менән ағарты у эшен алып барыуҙы күҙаллай.
       Швейцария программаһының Рәсәйҙең ике төбәге - Башҡортост ан һәм Краснодар крайында айырыуса өҫтөнлөк алыуы ҡыҙыҡһыныу тыуҙыр а. Вячеслав Бахминдың һүҙҙәре буйынса, Германия, Франция йәки Б өйөк Британия кеүек алдынғы державалар менән сағыштырғанда швейца рҙар Рәсәйҙә әйтелгән программаларҙы финанслауға аҙыраҡ сре дство бүлһә лә, иң күп грант алыусылар ошо төбәктәрҙә күҙәт елә (гранттың иң ҙуры - 20 мең швейцар франкы - 600 000 һумға яҡын). Әгәр көнбайыш фондтары
       Рәсәйҙе
       тулыһынса ҡалдырһа, дәүләт яҡлауына һәм булған капиталға ғ ына ышанырға ҡаласаҡ. Әммә комерция булмаған ойошмала етәксе ләре фекерләүенсә, Рәсәй бизнесы өсөн хәйриә һәм меценат идеялары әлегә төптө я т күренеш.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал