6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Хәҙер уның исеме "Танып"
18.04.05


       Асҡын районының Яңы Ҡаҙансы ауылы тәбиғи шишмәләре менән
       киң билдәле. Был ауылда йәшәүселәр генә түгел, күрше өлкәлә рҙә йәшәүсе халыҡ та уның сихәтле үҙенсәлектәре тураһында әү әл - әүәлдән белгән. Ҡасандыр был урында шифахана - профилакторий ҙа асыла, әммә төрлө сәбәптә р арҡаһында уның эшмәкәрлеге оҙаҡҡа бармай. 2002 йылда санат орийҙы тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Башҡортостан Президенты Мортаза
       Рәхимов Асҡын районында "Светлый ключ" шифаханаһын төҙөү тураһында У казға ҡул ҡуя.
       Яңы шифахана 300 урынға иҫәпләнгән. Уға газ, йылылыҡ трас саһы
       үткәрелгән, юлдар төҙөлгән. Санаторийҙың төп корпусын, ашха на, дауалау һәм административ биналарҙы төҙөү тамамланған, әлеге ваҡытта
       биҙәү эштәре бара. Төҙөүселәрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, санаторийҙың
       эске дизайны Европа кимәленән бер ҙә ҡалышмай. Яҡын арала иһә һыу
       менән
       дауалау бинаһы, бассейн, ял үҙәген төҙөү буйынса эштәргә то тонасаҡтар. Шифахана эргәһендә яһалма быуа һәм һыу тирмәне эшләү планлаш тырыла.
       Асҡын районы хакимиәте башлығы Зәки Насиров әйтеүенсә, са наторий төҙөү - баһалап бөткөһөҙ оло ваҡиға. "Буласаҡ шифахана респу бликаның билдәле санаторий - дауалау учреждениелары иҫәбендә лайыҡлы урын биләүе һәм курортологияның барлыҡ талаптарына яуап бирә сәгенә иманым камил", - ти ул.
       Һәм тағы ла бер яңылыҡ. Былтыр "Светлый ключ" санаторийын ың исеме үҙгәртелде. Ул әле Башҡортостандың төнъяҡ райондары буйлап а ҡҡан, шул иҫәптән Пермь өлкәһенә сыҡҡан Танып йылғаһы исеме менән йөрө төләсәк. Тимәк, республиканың төнъяғында йәшәүсе халыҡ санаторийҙы үҙ ҙәренеке тип иҫәпләп, уның менән ғорурлана ала.
       Ә тәүге ял итеүселәрен "Танып" быйыл уҡ көтә. Күптән көтө лгән осрашыу йәй айҙарына билдәләнгән.

Сергей Захаров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал