6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Оппозиция үҙенә урын тапмай
18.04.05


       - Беҙ тотороҡлоҡ, тыныслыҡ һәм татыулыҡ, дуҫлыҡ өсөн! -
       16 апрелдә баш ҡалабыҙҙың төп майҙанында оппозицияға ҡаршы үткәрелгән митинг ошондай саҡырыуҙар менән тамамланды. Шәмбе
       көнө Башҡортостан Президентын һәм республикала йәшәүсе халы ҡтар араһындағы татыулыҡты яҡлап яҡынса алғанда 7 - 10 мең кеше урамдарға сыҡты.
       Яҙ айында ғәҙәтигә әйләнгән сәйәси ярһыуҙар башта ваҡиғал арҙың икенсе йүнәлеш алыуын вәғәҙә итте. Оппозиция яҡлылар р еспублика башлығының отставкаһын талап итеүсе сираттағы сығышын тап 16 апрелгә тә ғәйенләгәйне. Әммә яңы королдәрҙең һуңғы дәлиле көтмәгәндә " ҡыҙғылт - һары" акция ойоштороусыларҙың үҙҙәренә ҡаршы йүнәлде - республика халҡы уларға
       ҡаршы сыҡты. Митинг булды, әлбиттә, тик оппозиция штабында көтөлгәнсә түгел һәм ул бөтөнләй башҡа кешеләр тарафынан үткәрелде.
       Ленин исемендәге майҙанға оппозицияға ҡапма - ҡаршы ҡараш тағы халыҡ
       беренсе булып сығыуынан башларға кәрәктер. Сарала был тикле м күп кеше
       йыйыу яңы революционерҙарҙың төшөнә лә ингәне юҡтыр әле. Ми тингыны ойоштороусылар - "Урал" башҡорт милли үҙәге, Башҡортостан ха лҡы ассоциацияһы, Евразия йәштәр союзы, уларға күптән түгел ҡушы лған Башҡорт йәштәре союзы, Башҡорт ҡатын - ҡыҙҙары йәмғиәте , Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайының башҡарма комитеты, улар ға республиканың ҡала һәм райондарынан ғына түгел, күрше өлкәләрҙән дә килгән милли һә м мәҙәни йәмәғәтселек ойошмалары өҫтәлде. Әйткәндәй, Октябрь проспект ы буйлап
       хәрәкәт итеү туҡтатылманы. Бер ваҡыт драма театры алдындағы
       баҫҡыстарҙа күк төҫкә буялған тимер мискәләр барлыҡа килде һәм митингыға килеүселәр
       уларҙы барабан урынына файҙаланып ҡаға башланы. Ун биш мину т эсендә майҙан йәштәрҙең тигеҙ рәттәре менән тулды, Рәсәй һәм Башҡор тостан байраҡтары елберләне, "Республиканы тарҡатырға бирмәйәсәкбеҙ !", "Ҡыҙғылт - һары революцияларға - юҡ!" лозунгылары күтәрелде.
       Сәйәси талаптар башлыса бер мәғәнәгә ҡоролған - Башҡортостандағы та тыулыҡ һәм тыныслыҡты ҡаҡшатырға бирмәйәсәкбеҙ.
       Майҙанда "Рәхимов! Рәхимов!" - тип ҡысҡырыуҙар яңғырай. Х әҙер инде республика йәмәғәтселеге "кире" сығыштарға ҡаршы тора алыуын
       дәлилләне тип әйтерәг була. "КамАЗ" машинаһы өҫтҫндә эшләнг ән сығыш яһау майҙанында милли һәм мәҙәни ойошма алдынғылары , республика парламенты вәкилдәре, яҙыусылар һәм йәштәр ойошмаһы алдынғылары бер - б ереһен
       алмаштыра.
       "Урал" башҡорт милли үҙәге рәйесе Риф Иҫәнов әйтеүенсә:"Б еҙ оппозиционерҙарҙың ялған белдереүҙәренә, айырыуса уларҙың йә нәһе лә республиканың күп милләтле халҡы исеменән сығыш яһауына ҡарш ы. Был митинг Башҡортостандың сәскә атыуын һәм унда дуҫ халыҡтар йә шәүен күрһәтергә тейеш".
       Оппозиция үтә алманы, әлбиттә - Ленин майҙанының квадрат метрҙарында уға урын табылманы. Ауырлыҡ менән генә оппозиционерҙар иҫәбе нә индереү мөмкин булған бер нисә тиҫтә пенсионер пролетариа т юлбашсыһына ҡуйылған һәйкәл алдында өйкөлөштө.
       "Күсеү ваҡытының барлыҡ ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, Башҡорт останда конституцион алымдар менән хәл итергә мөмкин булмаған пробле малар юҡ тип иҫәпләйбеҙ. Шулай уҡ закон буйынса һайланған БР Президен ты Мортаза Рәхимовтың отставкаға китеүен талап итергә оппозицияның бер ниндәй нигеҙе лә, хоҡуғы ла тип һанайбыҙ. Башҡортостанды һаҡлап ҡал һаҡ - Рәсәйҙе лә һаҡлап алып ҡалабыҙ! Уртаҡ йортобоҙҙа тыныс лыҡ һәм татыулыҡты һаҡлайыҡ!" Митингыла ҡатнашыусылар исеменән ҡабул ителгән мө рәжәғәт ошондай һүҙҙәр менән тамамлана.
       Сәғәт икелә майҙанда кеше ҡалманы тиерлек. Өфөлә үткән бе рҙәмлек митингыһы республиканың ҡала һәм райондарында Башҡортостанда
       тыныслыҡ һәм татыулыҡ яҡлап үтәсәк күп һанлы митингыларҙың береһе булып тора.
       Хәйер, берләшкән оппозицияның коокрдинация советы ағзаһы Геннадий Шабаевтың "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһенә аңлатыуынс а, оппозиция провокациянан ҡурҡыу һәм бынан алда уның тауыш
       аппаратураһы тартылып алыныуы сәбәпле, әүҙем митингүткәреүҙән баш тартты. Оппозиция лидерҙ арының
       береһе лә митингыла күренмәне.
       Шул уҡ ваҡытта, Өфө федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте етәксеһе
       Игорь Черноковтың һүҙҙәре буйынса, 280 статья буйынса ("Экстремисл ыҡ эшмәкәрлегенә саҡырыу") енәйәт эше сиктәрендә тикшереү алып a`p{k`.
       Әлеге ваҡытта оппозиция алдынғыларының белдереүҙәре һәм лоз унгыларына эспертиза үткәрелә. Бынан тыш, йома көнө кис БСТ каналында сығыш яһап, Черноков РФ Юстиция министрлығына оппозицияның координация составына инеүсе ойошмаларҙың эшмәкәрлеген туҡтатыу тураһынд а үтенес менән мөрәжәғәт итергә ниәтен белдерҙе.
       Һәм, ниһайәт, тағы бер ҡыҙыҡлы факт булараҡ, ай буйына тө бәк "оппозицияһының" бер генә акцияһын да иғтибарһыҙ ҡалдырмаусы
       үҙәк
       киң мәғлүмәт саралары үткән митинг тураһында ләм - мим өндә шмәүен билдәләп үтергә кәрәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал