6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"Салауат Юлаев" юғары лига командалары менән уйнай
15.04.05


       Өфө хоккей клубы бөгөн Лениногорскта (Татарстан Респ убликаһы), был ҡала хакимиәте башлығы приздарына уҙғарылған турнирҙа ҡатнаша. Беренсе матчта "юлаевсылар" 2 : 1 иҫәбе менән ЦСК ВВС (Һамар) команд аһын еңде.
       Өфө хоккейсыларының һүҙҙәренә ҡарағанда, осрашыуҙа көстәр
       тигеҙ була. Һамарҙар төп составта уйнай, әммә уларҙың тәжри бәле оҫталары бик үк тырышып бармай. Ә бына "Салауат Юлаев" хоккейсылары "янып" х әрәкәт итә. Турнирға башлыса башҡрот командаһының йәш вәкилд әре бара - улар әлегә төп составта урын алырға хоҡуҡтары булыуын иҫбатларға ғына т ырыша. Тәжрибәле уйынсыларҙы Рафаил Ишмәтов ял итергә ебәрә. Ҡапҡан ы Кузнецов һаҡлай, көстәр тигеҙ булған уйында үҙ ҡапҡаһына бер
       генә шайба үткәреүен уның уңышы тип әйтергә мөмкиндер, моғайын.
       ЦСКА ВВС менән осрашыуҙа беренселәрҙән булып иҫәпте "юлае всылар" аса - команданың яңы уйынсыһы Князев Зачупейко тапшырыуынан шайбаны ҡапҡаға индерә. Беренсе периодтың һуңғы секундтарында һамарҙ ар ҡон ҡайтара - Бушуев иҫәпте 1 : 1 яһай. Һәм матч аҙағында ғына " юлаевсылар" еңеү яулай. Армеецтарҙың ҡапҡасыһы ҡамасаулай алмаған ваҡытт ы тура килтереп, буш ҡапҡаға шайбаны "Салауат" һаҡсыһы, фарм - клуб
       капитаны Евтушенко индерә. Уға Цыбин һәм Орлов ярҙамға килә.
       Был турала Рафаил Ишмәтов түбәндәгеләрҙе әйтте:
       - Йәш егеттәр өсөн бик шатмын, улар лайыҡлы уйнаны. Коман даның алмашы бар тип ышаныс менән әйтә алам. 1988 - 87 йылғы
       хоккейсылар үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтте. Тик бер нисә көндә н, хәлдәре бөтә башлағас, егеттәр нисек уйнар, бына шул ҡыҙыҡһындыра мине, ул ваҡытта хәл иткес уйын дар буласаҡ.
       - "Юлаевсылар" менән нисә яңы кеше килде
       - Өс яңы егетебеҙ бар. Уларҙың икәүһе үҙен күрһәтеп өлгөр ҙө. Йәш тәрбиәләнеүселәребеҙҙең ҡайһы берҙәрен ҡайтарып алдыҡ. Был с остав эксперименталь тип әйтергә була. Тәжрибәле уйынсыларға ял и тергә ваҡыт бирҙек, ә йәштәрҙең иң өмөтлөһө Рәсәй намыҫын яҡлай. Андрей Зубарев һәм Дмитрий Зюзин - юниорҙар йыйылма командаһында, Qepcei Сальников, Вячеслав Селуянов һәм Владимир Жмаев - йәштәр командаһында.
       - Андрей Таратухин менән Игорь Григоренко һаман Новогорск
       ҡалаһында, төп милли команда менәнме
       - Таратухин ҡайтты һәм ЦСКА ВВС менән уйынға сыҡты. Йондо ҙло "үҙәктәрҙең" Рәсәй өсөн уйнарға ҡарар ҡабул итеүҙәре арҡаһын да ул йыйылма команда составына инә алмағандыр, күрәһең. Григорен ко әлегә унда ҡалды һәм бәлки илдең беренсе командаһы составында уйна р, тигән бар.
       Икенсе осрашыуҙа турнир хужаһы - Лениногорсктың "Нефтяник " командаһы Төмәндең "Газовигына" биреште, 0 : 2. Бөгөн ике нсе матчтар үтә. Ҡалған уйындар түбәндәгесә уҙасаҡ:
       14 апрель "Газовик" (Төмән) - "Салауат Юлаев" (Өфө) ЦСКА ВВС (Һамар) - "Нефтяник" (Лениногорск)
       15 апрель "Газовик" (Төмән) - ЦСКА ВВС (Һамар) "Нефтяник" (Лениногорск) - "Салауат Юлаев" (Өфө)
       16 апрель Өсөнсө - дүртенсе һәм беренсе - икенсе урындар өсөн ярыштар.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал