6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Күк йөҙөндә тыуған мөхәббәт
15.04.05


       Һуғыш кешеләрҙе бер - береһенән айыра ғына тип әйтеү дөр өҫ булмаҫ ине. Фронт юлдарында ла осрашыуҙар, дөрләп мөхәббәт уты ҡабыныу о сраҡтары етерлек булған. Уны һуғышта Миша тип йөрөтәләр. Ябыҡ, оҙон б уйлы, оялсан егеткә бәләкәй генә буйлы, үткер телле Галина б ер күреүҙән оҡшай. Ҡыҙ авиацияға госпиталдән һуң эләгә, быға тиклем ул 303 - сө
       атышсылар дивизияһында шәфҡәт туташы була, һалдаттарға беренсе ярҙам к үрһәтә, уларҙы ут аҫтынан алып сыға. Миша, дөрөҫөрәге, Муса Ғайсин улы Гәрәев,
       киләсәктә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, фронтҡа 1942 йы лда, Энгельс хәрби авиация мәктәбен тамамлағандан һуң эләгә.
       Өлкән сержанттан гвардия майорына тиклем ҡатмарлы юл үтә. Б өгөн ул беҙҙең арабыҙҙа юҡ инде, әммә уның иҫтәлеген һаҡлаус ы ҡатын йәшәй. Әлбиттә, ул - геройҙың ҡатыны, Галина, беҙҙең
       өсөн - Галина Александровна. Муса Ғайсин улы менән бергә ул ар оҙаҡ һәм бәхетле тормош кисерә. БР Милли музейының ҡунаҡтар бүлмәһендә уҡыусылар менән осрашыу ваҡытында, ул ҙур теләк м енән Муса Ғайсин улы хаҡындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
       - Тәүге наградаһы - "Батырлыҡ өсөн" миҙалын ул Сталингра д эргәһендәге һуғыштар өсөн алды. Муса Ғайсин улы уның менән бик ғорурлана
       ине. Артабан Донбасс, Ҡырым, Севастополь, Орша, шулай уҡ Эстония,
       Литва, Латвияны дошмандарҙан азат иттек... Наградалар бушҡа ғына би релмәй, Муса Ғайсин улының ғүмер буйы тәртип яратыуы һәм үҙ эшенә мөккибән китеүе, уға үтә яуаплы ҡарауы лә сәбәп булғандыр. "Һуғыш - беҙҙең эш ебеҙ", - ти торғайны ул. Ә мин бик ҡурҡыныс эш тип өҫтәр инем. Һауа пехо таһы түбән бейеклектәрҙә "йөрөй". Беҙҙең осоусыларҙың шундай ырымы булд ы: әгәр штурмлаусы икенсе осош ваҡытында һәләк булмай икән, тимәк ул
       ун өсөнсө осошона тиклем йәшәйәсәк. Ғәҙәттә башта, тәжрибәһеҙерәк саҡт а, һәләк булалар ине.
       Ғүмеренең аҙаҡҡы көндәренә тиклем, ә ул 65 йәшкә тиклем й әшәне, Муса Ғайсин улы йәш сағындағы кеүек үк изге күңелле, баҫалҡы, кем  мөрәжәғәт итһә лә ярҙам итергә әҙер кеше булып ҡала.
       Галина Александровна менән Муса Ғайсин улы бәхетле никахт а ике бала үҫтерә. Бөгөн геройҙың ҡатынының биш ейәне бар.
       - Күптән түгел бүләм тыуҙы. Мусамдың эргәмдә булмауы ғын а йәл, - Галина Александровна үҙенең ҡыҫҡа ғына хикәйәләүен
       күҙҙәренә йәш тулып тамамланы һәм музейға бүләк итеп Муса Ғ айсин улының фотоаппараты, блокнотын, оҙаҡ йылдар ҡәҙерләп һаҡлаған танытмаһы һәм орден планкалары н тапшыра.
       Һуғыш юлдарын ире менән бергә иңгә - иң терәп атлаған Гал ина Александровнанан айырмалы рәүештә, Маргарита Леонидовна Тома рованың яҙмышы икенсерәк була - ул үҙ һалдатын һуғыш яланынан көтөп ала. Осоусының ҡатыны үҙе тураһында һөйләмәй, иренең батырлыҡтары н хәтеренә төшөрә. Советтар Союзы Геройы Василий Александров ич Томаров 104 уңышлы һуғышта 52 осош яһай. Немец илбаҫарҙарының башына Вас илий Александрович 45 тонна бомба, 80 меңгә яҡын снаряд ырғыта.
       Кем белә, был еңеүҙәрендә уға бәлки һөйөклө ҡыҙының хатта ры ярҙам иткәндер. Ә бер - береһен улар бала саҡтан уҡ беләләр.
       - Көләмәс инде, һөйләй башлаһаң, Беҙ Василий менән бер йо ртта йәшәнек. Ул Өфөгә Жилинонан малай ғына сағында килде һә м минең туғандарымда йәшәне. Ул алтынсы, мин - беренсе синыфта уҡыным. Янына йүге реп килә лә өйгә эште эшләшеүен һорай торғайным. Бала саҡта яҙылған дәфт әрҙәр әле лә һаҡлана.
       Беҙ һуғыштан һуң, 1945 йылда осраштыҡ. Мин Өфөлә медицина
       техникумын тамамлай инем, һәм Василийҙы сығарылыш кисәһенә,
       "Геройҙар осрашыуына" саҡырҙым. Бер йылдан ул Башҡортостанғ а өс көнгә, әсәһе янына килде. Ошо өс көндә туй үткәрҙек һәм
       шул ваҡыттан алып 58 йыл буйына бер көнгә лә айырылышманыҡ.
       Вася бик ныҡышмал һәм ҡыҙыҡһыныусан ине. Һуғышҡа тиклем у л ете синыф тамамланы. Армияға киткәнсе Өфө аэроклубында инс труктор - осоусы булып эшләне, үҙен ысын һалдат итеп күрһәтт е. Уның вираждарын ҡарап, күпте күргән осоусыларҙың да иҫе китә ине. Маргарита Леонидовна үҙ е Мәскәү медицина институтын тамамлай һәм оҙаҡ йылдар буйына балалар врачы булып эшләй. Василий Александрович менән улар ике бала
       тәрбиәләп үҫтерә. Улдары авиация институтын тамамлаған, бөгөн - отставкалағы п олковник, ҡыҙҙары - архитектор. Маргаританы уратып алған ейәндәренең һ әр береһендә ҡартатаһының төҫө бар. Василий Александрович яҡ шы тормош иптәше, бына тигән атай, талантлы кеше булған - ул
       тимергә һырлап һүрәттәр төшөрөү, һынлы сәнғәт, баҡсасылыҡ, ҡортсолоҡ менән мауыҡан... Беҙҙең өсөн Василий Александрович - беренсе урында уйында самолетта р булған Советтар Союзы Геройы булһа, Маргарита Леонидовна өсөн ул һәр ваҡыт һөйөклө
       Вася булып ҡаласаҡ.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал