6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Бер мөхәббәт тарихы
14.04.05


       Владимир Маяковскийҙың (бөгөн билдәле шағирҙың һәләк булыу ына 75 йыл) ҡыҙы Елена Владимировна ( кейәүҙә Патриция Дж. Т омпсон ) "Маяковский Манхэттенда" тигән китап яҙа. Был бөйөк шағир һәм Башҡортост аның
       Дәүләкән районында тыуған һәм яҙмыш ҡушыуы буйынса Америкал а йәшәгән Елена Зиберт исемле йәш ҡатындың мөхәббәт тарихы.
       Сит илдәр буйлап сәйәхәт иткәндә, 1925 йылдың 30 июлендә Маяковский Нью - Йоркка килә. Ошонда Владимир Маяковский менән Елена Зи берттың ғүмер юлдары киҫешә лә инде. Улар айырылғандан һуң ҡыҙҙары Е лена (Элли) донъяға килә. Ул бөгөн Америкала ғүмер кисерә, Н ью - Йорк университеты профессоры, 20 - нән ашыу фәнни китаптар авторы.
       2002 йылдың йәйендә Маяковскийҙың ҡыҙы Башҡортостанға кил ә, әсәһенең тыуған төйәге Дәүләкәндә була, уны бик йылы ҡарш ы алалар. Маяковскийҙың тыумышы Дәүләкәндән булған ҡатыны т ураһында материалдар яҙғылағас, Патриция Томпсон мине лә үҙенең ҡунаҡханағалағы бүлмәһенә са ҡырҙы. Оҙаҡ әңгәмәләшеп ултырҙыҡ, хушлашҡанда ул үҙенең ингл из телендә сыҡҡан китабын бүләк итте. Тиҙҙән "Маяковский Манхэттенда" китабыны ң рус теленә тәржемәһе лә өлгөрҙө.
       Шуға күрә уҡыусыларҙы нигеҙендә Маяковскийҙың ҡатыны Элли
       Джонстың мемуарҙары ятҡан китап менән ҡыҫҡаса таныштырырға кәрәктер, тип уйлайым.
       Елизавета (Элли) Петровна Зиберт 1904 йылдың 13 октябренд ә Дәүләкәндә, ер биләүсе ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы Укра инала тыуған, әсәһе - Ҡырым ҡыҙы. Ҙур ғаиләлә Элли баш бала була. Матур буй - һынлы, ҡарағусҡыл ерән
       сәсле, ҙур зәңгәр күҙле сибәр ҡыҙ әйткән һүҙенә тоғро ҡалыу сан, аҡыллы, ҡыйыу һәм мөләйем булып үҫә. Революциянан һуң ул Өфө янында
       аслыҡтан интегеүселәргә Американың ярҙам бүлегендә, һуңынан Мәскәүҙә эшләй, унда инглиз Джорс Джонсҡа кейәүгә сыға. Америкала ула рҙың никахы уңышлы булмауы асыҡлана. Владимир Маяковский бында шул ваҡытта килә
       лә инде. Ярһыу һәм фажиғәле мөхәббәт шулай башлана.
       Элли Джонс мемуарҙарынан:
       " Миңә шик төшөп ҡуймаһын өсөн ул үҙен үтә һаҡ тотто. Бик
       хәүефле хәлдә ине ул, хәйер, мин дә Америкала ҡунаҡ визаһы буйынса ғына йәшәй инем. Мин кейәүҙә булдым. Беҙ ирем менән айырылыштыҡ инде. Бик йәш  инем - 21 йәш. Мөнәсәбәтебеҙҙе йәшерергә мәжбүр түгел инекм е ни Беҙ һәр ваҡыт рәсми мөрәжәғәт формаһын файҙаландыҡ. Ул да, Бурлюк та миңә хөрмәт итеп, тик Елизавета Петровна тип кенә өндәште. Кеше а лдында ҡулымдан үбә торғайны. Американдар янында "Миссис Джонс" тип мөрәжәғәт ит те. Ул ваҡытта был бик мөһим ине. Миңә ҡалһа, беҙҙең мөнәсәб әттәр асыҡланһа, минең өсөн был афәткә тиң булыр ине..."
       "Беҙҙең бәйләнеш шул тиклем көтөлмәгән һәм планлаштырылма ған булды.
       Ваҡыт аҙ бирелгәнен аңлай инек. Мин уның шәхси тормошо хаҡы нда һүҙ ҡуҙғатмаҫҡа тырыштым. Бер ваҡытта ла, бер ҡасан да мин уның өҫтәлендә ятҡан ҡағыҙҙарына ҡағылманым, хатта ҡараманым да. Минең өсөн
       уның билдәле шағир Маяковский түгел, ябай кеше булыуын теләй ине м..."
       Элли Джонс шағир менән Нью - Йоркта, бер шәхси кисәлә тан ыша. Уның тәүге һорауы:"Шиғырҙар нисек яҙыла" - була. Йәш ҡатындың сә нғәткә һәм шиғриәт серҙәренә булған ҡыҙыҡһыныуы үҙ сиратында Маяковский ҙың да
       тыуған иленең көнсығышынан килгән һоҡланғыс һәм уҡымышлы ҡа тынға ҡарата ҡыҙыҡһыныуын уята. Кисәлә ҡатнашыусыларҙың күпселеге инглиз телендә һөйләшә. Шуға күрә тыуған яҡтарын юҡһынған ике рус к ешеһенең әңгәмә ҡороуы бер кемде лә ғәжәпләндермәй.
       Маяковскийҙың Америкаға сәйәхәте ваҡытында яҙылған иң яҡш ы шиғырҙарының береһе "Бруклин күпере" тип атала. Әлеге кисә нән һуң иртән улар Элли Джонс менән ошо күпергә килә. Элли Джонс мемуарҙарынан:
       "Шул көндән алып мин уны көн һайын күрҙем, һәм ошо ваҡыт эсендә күктең етенсе ҡатында булдым тип әйтер инем. Шиғырҙар ының береһендә Маяковский "Иду и звоню" тип яҙа. Уның ботинкаларында ысынла п та тимер набойкалар ҡуйылған һәм беҙ урам буйлап атлағанда улар ысынл ап та шылтырай ине. Ул оҙон буйлы булғас, ауыр итеп баҫа, ә мин ун ың эргәһенән осам ғына. Беҙ миңә түгел, уға бара инек. Минең хужабикәм бе ҙҙе бергә күрһә, шаҡ ҡатыр ине, моғайын.
       Шунан һуң ул һәр иртә мине инеп алыр булды һәм беҙ көндө бергә үткәрҙек. Беҙҙе даими рәүештә ҡайҙа булһа ла саҡырҙыла р. Ул һәр ваҡыт мине үҙе менән алды, бер ваҡытта ла яңғыҙымды ҡалдырманы..."
       Заман теле менән әйткәндә, Маяковский менән Элли тәүге кө ндән алып "бергә" була. Маяковский унан башҡа бер кем менән осрашмауын
       һорай, Элли вәғәҙә бирә һәм уны үтәй.
       Айырылышыу ваҡыты яҡынлаша. Уларҙың Манхэттендағы һуңғы к өнө ҡыҫҡа була. Элли хәтерләй:
       "Беҙ төнө буйы бер - беребеҙҙе яраттыҡ. Ә иртә менән мин,
       һәр ваҡыттағыса, китергә тейеш инем, сөнки уның артынан инәсәктә р. Мин шунда уҡ хушлашырға теләк белдерҙем. Барыһы ла бөттө.
       Ә ул:" Юҡ. Юҡ. Юҡ. Һин мине оҙатырға карап янына килергә тейешһең", - тине.
       Владимир Маяковский һәм Элли Джонс үҙҙәренә генә билдәле сәбәптәр буйынса, бер - береһе хаҡында өндәшмәҫкә һүҙ ҡуйышалар. "Был
       темаға ҡағылғанда, әсәйем һәр ваҡыт бармағын ирененә ҡуйып:"Был тур ала беҙ өндәшмәйбеҙ", - тиер ине", - тип яҙа үҙенең китабында Елена Владимировна. Ике йәшлек ҡыҙының атаһы менән берҙән - бер ос рашыуы Ниццала була, унда Маяковский 1928 йылдың октябрендә өс көнгә генә килә.
       Элли (Елена Владимировна) 1926 йылдың 15 июнендә тыуған. Ул үҙенең шағир ҡыҙы булыуын белә. Әммә ғаиләлә был турала әсәһе һәм ү гәй атаһының вафатынан һуң ғына асыҡтан - асыҡ белдерергә һү ҙ ҡуйышалар. Һәм бына 1990 йыл башында Елена Владимировна Нью - Йорк хәбәрсеһе Сер гей Бабичҡа тәүге интервьюһын бирә. Уның мәҡәләһе 1990 йылдың ап рель - май айҙарында "Эхо планеты" журналында баҫылып сыға. 1993 йылда Маяковскийҙың ҡыҙы Мәскәүгә ҡартатаһына бик ныҡ оҡшаған улы Роджер менән килә. Рәсәйгә барыу тураһындағы материалдар шулай уҡ "Маяковский М анхэттенда" китабына инә.
       "Минең кешеләргә Маяковскийҙың большевиктар революцияһы х аҡында һөрән һалыусы ғына түгел, ә нескә күңелле лирик булыуын да е ткергем килә, - тип яҙа Елена Владимировна. - Бәлки минең ки табым рус телендә сыҡҡандан һуң Рәсәйҙә уның ижады һәм тормошона икенсерәк ҡараш барлыҡҡ а килер".

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал