6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Михаил Спиридонов -- нур тылсымсыһы
25.09.03


       Картинаның нисек тыуыуы тураһында уйлап ҡарағанығыҙ бар мы һеҙҙең
       Михаил Спиридоновтың картинаһында ҡайҙалыр юл тотоусы м осафирҙың баш өҫтөндә аҫылынып торған ҡара шар минең баш өҫт өмдә пәйҙә булғанын да тойҙом. Бына болот уны йотор кеүек һә м ул ваҡытта бары тик һоро туҙан ғына ҡаласаҡ. "Етер... Башҡ а мин быға ҡарай алмайым", -- башыма килгән тәүге уйға эйәре п картинанан ситкә тайпылдым... Әммә бер нисә минуттан һүрә ттең тағы ла үҙенә тартҡанын тойҙом. Хоҙайым, мин был рәсемд ә нур күрәм. Ҡайҙандыр өҫтән килеп сығып ул, һүрәттәге юлсын ы уратҡан кеүек, мине лә уратып ала. Нур бөтә булмышыма үтеп
       инә.
       Рәссам үҙ һүрәттәрендә мөхәббәт тойғоһон нур аша бирә. Ошо нур аша аллегория, әкиәт тыуа, һәм һин планета менән берлеге ңде аңлайһың.
       "Михаил Спиридонов -- нур тылсымсыһы ул. Куинджи кеүек.
       Тик һуңғыһы уй хистәрен ҡояш яҡтылығы аша бирә, ә Михаил мөғжизә, тылсым аша. Уның сәнғәт әҫәрҙәрен фәлсәфәүи тип а тарға булыр ине", -- тине БДПУ - ның педагогия фәндәре канди даты Александр Маслянников авторҙың "Ижад"күргәҙмәләр үҙәген дә ҡуйылған картиналар тураһында фекерҙәре менән бүлешеп. Спиридоновтың картиналарында тәбиғәткә фәлсәфәүи ҡараш тамаш асыға элек автоматик рәүештә ҡабул ителгән нәмәне лә яңыса к үрергә мөмкинселек бирә. Тәбиғәтте "йәнләндереү"гә ынтылыш я рылып ята уларҙа.
       " Әгәр сәнғәт әҫәрҙәрен кешелә билдәле кәйеф тыуҙырыусы
       камертон менән сағыштырһаҡ, был әҫәрҙе ҡараясаҡ тамашасылар
       алдында авторҙың ни тиклем яуаплы булыуы тураһында уйҙар ба рлыҡҡа килә", -- ти үҙенең ижади билдәләнеше тураһында автор . Рәсәй художниктар Союзы ағзаһы Михаил Спиридоновты профессио налдар бик яҡшы белә. Уның әҫәрҙәре Рәсәйҙең музей һәм карти на галереяларында, ил эсендәге шәхси коллекцияларҙа һәм сит илдәрҙә: Франция, Израиль, Германия,Польша, АҠШ һәм Эстониял а һаҡлана.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал