6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Леди Альфа ун йыллыҡ юбилейын билдәләне
30.06.03


       Һеҙ леди Альфа менән танышмы Ул -- Өфөнөң иң билдәле
       мәктәптәренең береһе. Ошо көндәрҙә ул үҙенең юбилейын --10 йәшен билдәләне. Бөгөнгө үҙгәрештәр заманында был һан бер ҙ ә аҙ булып тойолмай, ризаһығыҙҙыр, моғайын. Ҡайһы яғы менән билдәле һуң был мәктәп Эш шунда: "Альфа "тәрбиәләнеүселәре Башҡортостандың ғына түгел, бөтә Рәсәйҙең ғорурлығы булып то ра. Улар Парижда урынлашҡан ЮНЕСКО штаб - квартираһында, Пизала, Римда, Афинала беҙҙең республиканың вәкилдәре булып,
       уны бар матурлығында сағылдырыуға иреште. Интеллектуаль мар афондар, Чехияла, Швейцарияла үткән Халыҡ - ара йәштәр форум дары, ЮНЕП сессияһы --улар береһе лә "Альфа"сығарылыусыларын ың ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Йәштәр яулаған үрҙәр билдәләнмәй ҡалырға тейеш түгел, әлбитт ә. Шуны иҫәпкә алып, мәктәптең тыуған көнөдә Милли йәштәр те атрында ЮНЕСКО эштәре буйынса БР Дәүләт комитетының яуаплы
       сәркәтибе Шәүкәт Тутаев Донъя - ара йәштәр хәрәкәте лидерҙа ры Снежана Ляндованы, Альбина Дәүләтшинаны, Кристина Ибәтул линаны, Искәндәр Мәһәҙиевты БР Премьер -- министры, мәҙәниәт
       һәм милли сәйәсәт министры Хәләф Ишморатов исеменән Хөрмәт
       грамоталары менән наградланы. ЮНЕСКО Урал - Себер үҙәге ҡа рамағындағы Халыҡ- ара асыҡ мәктәбе ректоры Юрий Борисихин ҡулынан йәштәр бакалавр танытмалары алды.
       Байрам хужалары иһә тамашасылар иғтибарына театрлаштыры лған тамаша әҙерләгән. Уға ярашлы йәштәрҙең уҡытыусылары ро лендә юғары уҡыу йорттары сығарылыусылары түгел, ә бөйөк ру с классиктары А. С. Пушкин, Н. В. Гоголь, Л. Н. Толстой сығ ыш яһаны.
       "Альфа" тураһында һөйләгәндә, шуны һыҙыҡ аҫтына алып ү тке килә: был мәктәптә сит ил телдәре өйрәнеү проблема түг ел. Балаларға сит тел дәрестәре 4 йәштән үк индерелә башлай.
       Башҡорт теле менән уҡыусылар аҙнаһына ике тапҡыр шөғөлләнә,
       ә 3 - сө синыфтан башлап уларға икенсе сит тел өйрәнеү мөмк инлеге асыла.
       Тел оҫталығы кимәлен күтәреү өсөн "Альфа" уҡыусылары й ыл һайын Бөйөк Британиялағы "Райдел" мәктәбендә айлыҡ стажи ровка үтә. Һөҙөмтәлә мәктәп сығарылыусылары сит телдәрҙә ирк ен аралашып Венгрия, Чехия, АҠШ юғары уҡыу йорттарына инә а ла. Мәктәп программаһына ингән "Халыҡ -ара аралашыу технолог ияһы"курстары ла был уҡыу йортона булған иғтибарҙы һәм ҡыҙыҡ һыныуҙы арттыра.
       Ата - әсәләр фекеренсә, бында һәр балаға дөрөҫ индиви дуаль ҡарашта тора һәм профессиональ яҡтан да яҡшы әҙерлек б ирәләр. Бер һүҙ менән әйткәндә, уҡыуға киткән килем тулыһынс а аҡлана. Хәйер, мәктәптең юбилейына килеүселәр уҡыусыларҙың әҙерлек кимәле тураһында тамашала ҡатнашыусыларға ҡарап та ф екер йөрөтә алды.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал