6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Эске бәйләнетшәр

"Сәрхәт"тең ысын йөҙө ниндәй һуң
30.06.03


       Быйыл БР Мәғариф министрлығы "Сәрхәт" төрөк фирмаһы менән х еҙмәттәшлек һәм берлектәге эшмәкәрлек тураһындағы килешеүҙе өҙҙө. Уның етәкселегендә республикала -- Өфөлә, Стәрлетамаҡт а, Нефтекамала, һәм Сибайҙа дүрт башҡорт - төрөк лицейы эшлә не. Һәләтлеләр иҫәбенән (улар араһында дәүләт чиновниктары һ әм эшҡыуарҙар балалары ла аҙ түгел) һайлап алынған меңдән аш ыу баланың аңына көн һайын Төркиәнән алып Себергәсә һуҙылырғ а тейешле "Бөйөк Туран" тураһындағы идея һеңдерелде.
       Республикаға дүрт төрөк лицейы бүләк иткән "Сәрхәт"фирма һы артында нимә тора һуңУҡыусыларға белем биреү өсөн көйәлә нгән шәхси контора асылда "Нурджулар" дини - милли хәрәкәте Рәсәйгә һалған ауҙың бер өлөшө генә була.
       Был хаҡта айырыа әйтергә кәрәк."Нурджулар" -- Фәтихулла Гүлен етәкселек иткән йоғонтоло ислам ойошмаһы. Уға дүрт мил лиондан ашыу төрөк - мосолман буйһона. Ул Төркиә хөкүмтенең
       айырым вәкилдәре, шулай уҡ ҡайһы бер төрөк милли фирҡәләре ярҙамынан файҙалана һәм ошо маҡсат өсөн махсус ойошторолған "Азия"банкыһы тарафынан финанслана.
       "Нурджулар"эшенең төп йүнәлештәренең береһе -- ислам һ әм пантөркилек идеяларын таратыу, уға эйәреүселәр даирәһен к иңәйтеү. Хәрәкәтте тәү сиратта төрки телле илдәр һәм төбәктә р ҡыҙыҡһындыра.Йәштәргә баҫым яһала. Уҡытыу эшмәкәрлеге алып
       барыу һылтауы менән мәктәптәргә һәм лицейҙарға үтеп инеп, " Нурджулар" яҡлылар балаларҙы ислам экстремизмы идеяларына йә леп итә. Йәғни уларҙан үҙҙәренең йоғонто яһау агенттарын әҙе рләй. Хәрәкәт лидерҙары пландары буйынса, ул мәктәптәрҙе һәм
       лицейҙарҙы тамамлаусылар ун-ун бин йылдан идара итеүҙә һәм бизнеста ҙур вазифаларҙы биләйәсәк.
       Фәтихулла Гулен Төркиә прокуратураһы органдары тарафынан Тө ркиә республикаһының конституцион ҡоролошон ҡолатырға йыйыны уы өсөн ғәйепләнә лә инде. Был исламсыларҙың илдә ислам ре жимын урынлаштырыу буйынса эште әүҙемләштереүе хаҡында һөйлә й. Башҡа дәүләттәрҙә төрөк лоббиҙары ойоштороп, "Нурджулар" был илдәрҙәге ижтимағи-сәйәси һәм иҡтисади процесстарға йоғ онто яһауҙы планлаштыра. Хәрәкәттең " Буҙ ҡорт" террористик ойошмаһы менән тотороҡло бәйләнешкә кереүе айырыуса һағайта.
       Башҡортостанда эшләгшән "Сәрхәт" кеүек " "Нурджулар"ҙың
       структур подразделениелары булған "фирмалар" Кавказда һәм Т атарстанда, Сыуашстанда һәм Яҡутстанда, Мәскәүҙә һәм Санкт-П етербургта һәм башҡа бихисап ҡалаларҙа эшләне һәм әле ле эшл әй. Беҙҙең мәғәариф төрөктәрҙе нимәһе менән ылыҡтыра һуң Сә бәбе шул: бер нисә йылдан үҫеп етеп, идара итеү структуралар ында төп вазифаларҙы биләп төрөк уҡытыусыларҙы уларҙың аңын а һалғандарҙы тормошҡа ашырасаҡ , балалар йөҙөндә үҙ идеялар ын хуплаусыларҙы табыуы еңел.
       Шулай ҙа һуңғы ваҡытта йәмғиәттә айнығыу башланды булһа кәр әк. Әлегә тиклем ел-ямғыр теймәй генә эшләп йөрөгән төрөк л ицейҙары илгә хәүефле булараҡ, республикалар һәм өлкәләр етә кселеге, федераль именлек хеҙмәте күҙенҫә салына башланы. үт кән ике йыл эсендә Дағстанда, Ҡарасәй-Черкесияла, Ҡабарҙы- б алҡарҙа, Сыуашстанда, Ростов өлкәһендә берлектәге лицейҙарҙы ң эшмәкәрлеге туҡтатылды. Үрҙә әйтелгәнсә ,БР Мәғариф минист рлығы "Сәрхәт" фирмаһы менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килеше үҙе өҙҙө.

Надежда Фартыгина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал